iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.
iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.



Link to original content: https://ba.wikipedia.org/wiki/Әҙәбиәт_теорияһы
Әҙәбиәт теорияһы — Википедия Эстәлеккә күсергә

Әҙәбиәт теорияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Әҙәбиәт теорияһы — әҙәбиәт ғилеменең теоретик өлөшө, әҙәбиәт тарихына һәм әҙәби тәнҡиткә таянып, уларға принципиаль нигеҙ булып тора. Икенсе яҡтан, әҙәбиәт теорияһы философия һәм эстетика менән тығыҙ бәйле. Әҙәбиәт теорияһы эстетик баһалау нигеҙҙәрен, идеологияның бер формаһы булараҡ, әҙәбиәттең ижтимағи функцияларын, ысынбарлыҡты танып белеү һәм уны поэтик күҙаллау мәсьәләләрен өйрәнә.

Поэтика һәм Методология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Методология — ысынбарлыҡтың поэтик асылын һәм уларҙы тикшереү принциптарын өйрәнә. Әҙәбиәт теорияһының мөһим методологик мәсьәләләре — әҙәбиәт үҙенсәлектәре, әҙәбиәт һәм ысынбарлыҡ, әҙәбиәтенең генезисы һәм функциялары, әҙәбиәттең кластарға бүленеше, әҙәбиәттең партиялылығы, әҙәбиәт йөкмәткеһе һәм формаһы, нәфислек критерийҙары, әҙәби процесс, әҙәби стиле, әҙәбиәттә художестволы алымдар, социалистик реализм.

Поэтика — ысынбарлыҡты поэтик танып белеүҙең тарихи формаларын өйрәнә. Әҙәбиәт теорияһында поэтика мәсьәләләре — образ, идеяһы, темаһы, поэтик төр, жанр, композиция, поэтик тел, ритм, шиғыр, уларҙың стиль яғынан фоникаһы.

Марксизм-ленинизм әҙәбиәте ғилеме өсөн методология һәм поэтика мәсьәләләрендәге берҙәмлекте һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөһим һанала, шулай уҡ икенсеһен беренсеһе нигеҙендә тикшереү, поэтиканың тулайым мәсьәләләрен ҡарағанда методологияларҙың аныҡ бәйләнеше лә әһәмиәтле роль уйнай. Әҙәбиәт теорияһы мәсьәләләрен методология һәм поэтика проблемаларына бүлеп ҡарау шартлы булып ҡала, сөнки әҙәби әҫәрҙең формаһы, структураһы буйынса килеп тыуған һорауҙар йә бары методологик яҡтан ғына (мәҫәлән, әҙәби әҫәрҙең ритмы, шиғыры, фоникаһы функциялары проблемаларның дөйөм ҡуйылышы). йә поэтика йәһәтенән генә (ҡайһы бер ритм, тел категорияларының тарихи һәм стилистик үҙенсәлектәре) ҡуйылырға мөмкин. Икенсе яҡтан, методология буйынса һорауҙар әҙәби формаларҙың үҫешен иҫәпкә алғанда ғына ҡуйылырға мөмкин. Марксизм-ленинизм әҙәбиәтенә хас булған әҙәбиәт теорияһы бүлектәре араһындағы тығыҙ бәйләнеште раҫлау, уны поэтикаһы методологик башланғысһыҙ, бары тик тасуирлау рәүешендә генә ҡаралған, иҫке «тел теорияһынан» һәм формалистик «әҙәбиәт теорияһынан» айырып тора. Әммә ысынбарлыҡта был башланғыстар йәшерен бирелгән була һәм улар идеалистик характер йөрөтә.

Статья основана на материалах Литературной энциклопедии 1929—1939.