iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.
iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.



Link to original content: https://ba.wikipedia.org/wiki/Әйт-Бен-Хадду
Әйт-Бен-Хадду — Википедия Эстәлеккә күсергә

Әйт-Бен-Хадду

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әйт-Бен-Хадду
Рәсем
Дәүләт  Марокко
Административ-территориаль берәмек Ait Zineb[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Высокий Атлас[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы һәм Культурное наследие Марокко[d]
Майҙан 3,03 гектар,
16,32 гектар
Рәсми сайт ait-ben-haddou.net:80
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (iv)[d][1] һәм (v)[d][1]
Карта
 Әйт-Бен-Хадду Викимилектә

Әйт-Бен-Хадду (берберский: Ath Benhadu, ғәр. آيت بن حدّو‎) — көньяҡ Мароккола ксар (нығытылған ҡала) , Варзазаттан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай в 29 саҡрым алыҫлыҡта ята. 1987 йылдан Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы булараҡ ЮНЕСКО яҡлауы аҫтында тора. Әйт-Бен-Хадду Варзазат йылғаһының һул ярында уба битләүендә урынлашҡан. Йылға үҙәне сүл буйлап үтә; йылға Атлас тауҙарының көньяҡ битләүҙәрендә башлана һәм артабан Сахара ҡомдарында юғала. Уның буйында Марракештан Загора аша Томбуктуға каруан юлы үтә. Ксар яҡынса XI быуатта каруан юлын һаҡлау өсөн барлыҡҡа килә[2]. Транссахара сауҙаһының әһәмиәтен кәмегәндән һуң тарҡылыш кисерә башлай, халыҡ әкренләп йылғаның ҡаршы яҡ яры буйына күсеп ултыра. 1990 йылдарға ксар хараба хәлендә була, унда бөтәһе ун ғаилә генә йәшәй. Һуңғы йылдарҙа реставрация эштәре алып барыла, ксарҙы туристик үҙәккә әйләндереү һәм унда сәнғәт галереяһы урынлаштырыу күҙаллана.

Әйт-Бен-Худда Сахара алды өлкәһендә, Бейек Атластан көньяҡтараҡ традицион мароккко балсыҡ ҡатыш архитектураһының миҫалы булып тора. Ксарҙың барлыҡ торлаҡтары ҡыҙыл-һоро балсыҡтан төҙөлгән. Яҫы ҡыйыҡлы йорттар уба битләүендә террасалар булып урынлашҡан, урамдар горизонталь бара һәм аркалар һәм тар урамдар менән тоташа. Ксарҙа дүрт инеү урыны бар, уларҙың икеһе бушлай, икеһе түләүле. Бушлай инеү урындары стенала ҡапҡа аша алып бара, шул уҡ ваҡытта түләүле үтеп йөрөү урыны торлаҡ аша үтә һәм ике ғаиләгә ҡарай; бер инеү урынында музей урынлашҡан.

Ксар ниндәйҙер кимәлдә көнсығыш сюжеттарын ҡулланған кинофильмдар төшөрөү өсөн иң популяр урындарҙың урыны булған һәм булып ҡала. Бында төшөрөлгән фильмдар:

  • Лоуренс Аравийский (1962)
  • Человек, который хотел стать королём (1975)
  • Иисус из Назарета (1977)
  • Бандиты времени (1981)
  • Жемчужина Нила (1985)
  • Искры из глаз (1987)
  • Последнее искушение Христа (1988)
  • Под покровом небес (1990)
  • Кундун (1997)
  • сериал «Клон» (2001)[3]
  • Мумия (1999)
  • Гладиатор (2000)
  • Александр (2004)
  • Принц Персии: Пески времени (2010)