iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.
iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.



Link to original content: https://ba.wikipedia.org/wiki/Һидив
Һидив — Википедия Эстәлеккә күсергә

Һидив

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һидив
Ғәббәс II Хильми — һуңғы һидив.
Ғәббәс II Хильми — һуңғы һидив.
 Һидив Викимилектә

Һидив (оттоман خدیو [hıdiv]) — Ғосман империяһы (1867—1914) осорона ҡараған Мысырҙағы вице-солтан титулы. Был титулды Исмәғил, Тәүфиҡ һәм Ғәббәс II йөрөткән.

Термин европа телдәренә ғосман төрөк теленән (ғосм. خدیو hıdiv) француз теле (франц. khédive) аша килгән, ә улар үҙ сиратында уны фарсы теленән (фарсы خدیو xadêv), ә фарсы теле — бактрия теленән (бактр. χοαδηο «әмер») үҙләштергән.

Төрөк солтаны Абдул-Азиз мысыр пашаһы Исмаилға һидив титулын биргән, һәм был уны Ғосман империяһының башҡа төбәк башлыҡтарынан бер башҡа юғары ҡуя. 1914 йылда Мысыр өҫтөнән инглиз протектораты иғлан ителгәндән һуң, мысыр хакимдары солтан[1] титулын ҡабул иткән.

  • Исмаил паша (1867—1879)
  • Тәүфиҡ паша (1879—1892)
  • Ғәббәс II Хильми (1892—1914)
  1. Хедив // Исторический словарь. — 2000.