Ҡыҙыл турғай
Ҡыҙыл турғай | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Carpodacus erythrinus (Pallas, 1770) | ||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 149564 |
Ҡыҙыл турғай, ҡыҙылтүш, ҡантүш, алһыу турғай (лат. Carpodacus erythrinus, рус. Обыкновенная чечевица)— турғай ҙурлығындағы ҡош. Ата ҡоштоң арҡаһы, ҡанаттармы, ҡойроғо ҡыҙғылт көрән. Башы, түше, өҫ яҡтан ҡойроҡ төбө ҡыҙыл, ҡорһағы алһыу. Инә ҡоштоң һырты йәшкелт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы көрәнһыу һыҙыҡлы аҡһыл һоро. Ҡыҙылтүштән башы ҡыҙыл булыуы, бәләкәйлеге менән айырыла.
Матур итеп һыҙғыра: «тйүии». һайрауы һыҙғырыуҙан һәм яңғырауыҡ¬лы сутылдауҙан тора.
Урман ситтәрендә, болондарҙағы ҡыуаҡлыҡтарҙа, яр буйҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө орлоҡтар, бөжәктәр ашай. Киң генә таралған күсмә ҡош. Ағасҡа йәки ҡыуаҡта оялай. Көрән таплы 5—6 бөртөк йәшкелт зәңгәр йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Позвоночные животные России: Обыкновенная чечевица 2021 йыл 25 февраль архивланған.