iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.
iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.



Link to original content: https://ba.wikipedia.org/wiki/Япон_теле
Япон теле — Википедия Эстәлеккә күсергә

Япон теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:TwinCYR

Япон теле
Телдең үҙатамаһы

日本語

Илдәр

Япония, Гуам, Тайвань, КНДР, Көньяҡ Корея, Перу, Австралия

Рәсми хәле

Япония Япония

Идара итеүсе ойошма

юҡ, Япония хөкүмәте ҙур йоғонто яһай

Был телдә һөйләшеүселәр һаны

125 млн

Телде белеүселәр

9

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Япон-рюкю телдәре

Әлифба

канджи, кана, катакана.

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

япо 870

ISO 639-1

ja

ISO 639-2

jpn

ISO 639-3

jpn

Был телдә Википедия

Япон теле (үҙ атамаһы 日本語, ниһонго) — япондарҙың теле, Японияның рәсми[1] дәүләт теле. 140 миллионға яҡын кеше япон телендә ирекле аралаша, 125 млн кеше өсөн ул туған тел (донъяла 9-сы урын). Япон теленең генетик бәйләнештәре ахырына тиклем асылып бөтмәгән. Лексикаһының ике, береһе алтай телдәренә, икенесеһе — австронезий телдәренә параллель булған ике ҡатламы бар; алтай ҡатламы ысыныраҡтыр, моғайын[2].

Башҡа телдәр араһында япон теленең аналогы юҡ, иң яҡын булыу сәбәпле, уны Алтай телдәренә индерәләр.

Япон теле — идеография һәм ижек фонографияһын берләштергән оригинал яҙыулы агглютинатив тел.

日本語 (Япон теле)

Япон теленең ике атамаһы ҡулланыла. Донъяның башҡа телдәре контексында, сит илдәрҙә япон телен башҡа милләт кешеләренә уҡытҡанда, нихонго (日本語), йәғни һүҙмә-һүҙ «япон теле» атамаһы ҡулланыла. Әммә Однако милли мәҙәниәт өлөшө, Японила уҡытыу предметы, туған тел һәм дәүләт теле булараҡ, ғәҙәттә кокуго (国語), йәғни һүҙмә-һүҙ «ил теле» йәки «милли тел» (термин япон теленә генә ҡулланылмауы мөмкин, ләкин билдәле булыуынса, тап япон теле хаҡында һүҙ бара) тигәнде аңлата.

Таралыу географияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япон теллеләрҙең күпселеге Япон архипелагында йәшәй. Элек Япония яулаған ерҙәрҙә лә япон теле ҡулланыла (Корея, Тайвань, Ҡытай өлөшө). Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала япон эмигранттары әлеге телдә аралаша. Шулай уҡ телде Азия һәм Океанлыҡ мәктәптәрендә өйрәнәләр.

Аниме тип аталған жанр тәҫъирендә бөтөн донъяла япон теле ҙур популярлыҡ яулай һәм әүҙем өйрәнелә.

Япон теленең генетик бәйләнештәре ахырына тиклем асылып бөтмәгән. Япон теле ғәҙәттә айырымланған изолированный тел (әгәр уны если включать его в одну рюк телдәре менән бер төркөмгә индергәндә — япон-рюк телдәре) һымаҡ ҡабул ителә. Бар фараздарҙың иң көслөһө — корей теле менән яҡынлығында (япон теленең грамматик структураһы корей теленә бик яҡын, Когурё дәүләте һүҙҙәре күп кенә, кәмерәге, башҡа, пуёс телдәренән, боронғо япон теле менән параллелдәр табыла[3]); шулай уҡ австронезий лексик тел субстраты һәм алтай грамматик суперстраты барлығына ишаралана; япон теленең алтай теленә яҡынлығы хаҡындағы фараз таралған[4][5].

Системалаштырыу кеүек үк, япон теленең иртә тарихы — бик бәхәсле. Япон теленең алтай (пуёск) сығышлы булыуы яҡлылар уның формалашыуын Япон утрауҙарын алтайҙар (пуёск ҡәбиләләре) баҫып алғандан һуң — автохтон австроазиаттар азия континентынан килеүселәр (туғанлығы Тайвань аборигендарына яҡыныраҡ) телдәренә йоғонто яһаған ти.

Яҡынса б. э. т. VI быуатта (бәлки, алдараҡтыр ҙа) япон хакимдары Ямато дәүерендә илселек мөнәсәбәттәре арҡаһында, Японияға континенталь (ҡытай) мәҙәниәтен индереү буйынса мөһим үҙәк булған Ҡытай һәм боронғо корей дәүләте Пэкче яғынан ҡытай мәҙәниәтен әүҙем индереүе күҙәтелгән. Дәүләт ҡоролошо, һөнәрселек, мәҙәниәт һәм сәнғәт, буддизм килеүе м енән бергә Японияла яҙма барлыҡҡа килгән. «Кодзики» һәм «Нихон Сёки» — тәүге ҙур япон әҙәби әҫәрҙәре. Был осорҙа япон теле күп һанлы ҡытай һүҙҙәрен үҙләштерә, һәм бөгөнгө көндә лә һүҙлек запасының 60 % ҡытаизм йәки ҡытай теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән тора.

Ҡытай яҙыуын индереү, музыкаль баҫым, тондарҙы ҡулланыу, ике телдең морфологияһы һәм синтаксисы менән бәйле айырымлыҡтар мәсьәләһен килтереп сығарҙы. VII быуаттан бирле ҡытай иероглифтары япон теле, япон морфологияһы һәм синтаксисы форматын иҫәпкә алып ҡулланыла. Баштараҡ манъёгана — ижек азбукаһы ролен үтәүсе һайлап алынған ҡытай иероглифтары булған. (Европа илдәренә оҡшатып) япон әлифбаһын булдырырға маташҡанда, япон ижек азбукаһы катакана һәм хирагана барлыҡҡа килгән. Будда монахы ҡытай иероглифтарына нигеҙләнеп, хәҙерге заман катаканаһын, ә VIII быуатта киото дворян нәҫеленә ҡараған Хэйан исемле ҡатын-ҡыҙ, поэмалар, новелла һәм көндәлектәр яҙыу өсөн ижек әлифбаһы азбукаһы — хирагананы барлыҡҡа килтергән. Был ике әлифбаны кемдәр уйлап сығарыуы тураһында мәғлүмәт бик ҡырыҫ булһа ла, кананы асыуҙы тарихсылар Кукайға ҡайтарып ҡалдыра. Хәҙерге япон телендә бер аҙ үҙгәртелгән ижек әлифбаһы бар. XII быуатта «Хэйкэ Моногатари» эпосын яҙған осорҙа катаканаға, хираганаға һәм иероглифтарға нигеҙләнгән япон яҙмаһы формалашҡан.

Телдән япон телмәре түбәндәге осорҙарға бүленә: боронғо (б. э. VIII быуатты үҙ эсенә алып), һуңғы боронғо, йәки классик япон теле (IX—XI бб.), урта (XIII—XVI бб.) һәм хәҙерге (XVII быуаттан алып беҙҙең көндәргә тиклем). Эҙмә-эҙлекле үҙгәрештәр нигеҙҙә фонетикаға ҡағыла: баштағы 8 һуҙынҡынан хәҙерге япон телендә тик 5 һуҙынҡы һаҡланған, үҙгәрештәр шулай уҡ морфологияға һәм лексикаға ҡағылған. Телдең синтаксик үҙенсәлектәре үҙгәрмәгән тиерлек.

Японияла борондан бик күп диалекттар булған. VI быуатта Хэйан-кё төп диалект булған (Киото). XII быуатта Камакура (хәҙерге Токио янында) диалекты төп диалект булған. Был дәүерҙә дәүләттә хәрби власть урынлашҡан. Шул осорҙан бирле токио диалекты — япон теленең төп диалекты.

XX быуатҡа тиклем япон теленең әйҙәүсе әҙәби формаһы булып, XIX быуат уртаһында ҡулланыуҙан сыҡҡан камбунды («ҡытай яҙмаһы»; ҡытай вэньяненең япон классик «извод»ы: ҡытайса һүҙҙәр тәртибе һәм билдәләре менән, тексты японса уҡыу мөмкинлеген биргәнде) һанамағанда, Хэйан осорона ҡараған классик япон теленең грамматик нормаларына йүнәлтелгән, ләкин аҙаҡҡы быуаттарҙың фонетик һәм лексик үҙгәрештәрен үҙ эсенә алған бунго («яҙма тел») тора.

XVI быуатта Сэнгоку осоронда португалдар һәм башҡа европлылар Японияға килгән, улар технологиялар, дин килтергән, япон телендә португал үҙләштермәләре барлыҡҡа килгән. Бер аҙ һуңғараҡ ҙур сәйәси эшмәкәр Тоётоми Хидэёси Кореянан шыуҙырма литерлы типография пресын алып ҡайтҡан. Токугава дәүерендә китап баҫыу эше, халыҡтың грамотаға ынтылышы үҫешкән, яйлап диалекттар араһындағы айырма тигеҙләнгән. 1603 йылда власҡа Токугава Иэясу килгәндән һуң, Япония Сакоку (ябыҡ ил) тип иғлан ителгән, властар христианлыҡты һәм сит ил кешеләре менән бәйләнештәрҙе (Нагасакиҙа бары тик голланд сауҙагәрҙәре генә ҡалған) тыйған.

Анатомия буйынса европа трактатының япон теленә күсерелмәһе (1774 й.)

Мэйдзи Реставрацияһынан һуң, Япония Европа һәм АҠШ менән бәйләнештәрен яңынан асҡан, бөтә ил буйынса европа технологияларын индереү бара. Япон телендә инглиз, немец һәм башҡа европа телдәренән үҙләштермәләр барлыҡҡа килә, уларҙың әйтелешен япон их произношения фонологияһына яраҡлаштыралар. XIX быуат аҙағында Иокогаманың «Яматэ (халыҡ-ара ултыраҡ)» контакт теле, иокогам-япон пиджины («иокогама диалекты» булараҡ та билдәле. Ул 1910-сы йылдарға юғала. Мэйдзи осоронда Японияла әҙәбиәт көслө үҫешә, телдән һәм яҙма телдең ҡытыршылыҡтары төҙәтелә; «һөйләү теле өсөн» хәрәкәте (кого) 1910-сы йылдарға боронғо яҙма тел (бунго) рәсми документтарҙан тыш (унда 1945 й. саҡлы ҡалған).

Япония, хәрби державаға әйләнә барып, Кореяны, ә Икенсе донъя һуғышында — Ҡытайҙың, Филиппиндың һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның байтаҡ биләмәләрен баҫып алған. Был территорияларҙа япон теле көсләп тағыла. Баҫып алынған илдәрҙең өлкән быуынының күпселеге япон телен белә, һәм был илдәрҙең телдәрендә япон үҙләштермәләре һаҡланған.

Икенсе донъя һуғышында еңелгәндән һуң, Японияны гитлерға ҡаршы коалицияның хәрби көстәре оккупациялай. Улар, латиницаға күсергәндә, бик ҡатмарлы япон яҙмаһын ябайлаштырыу тәҡдимен индергән. Улай эшләнмәһә лә, Японияның Мәғариф Министрлығы 1946 йылда был иероглифтарҙы ҡабаттан ҡарап тикшереп сыҡҡан, һөҙөмтәлә 1850 норматив иероглифтар исемлеге төҙөлгән. Шунан бирле хөкүмәт тел һәм уны уҡытыу буйынса ҡаты үҙәкләштерелгән күҙәтеүҙе тормошҡа ашыра.

Хәҙерге ваҡытта, инглиз теленең һәм көнбайыш мәҙәниәтенең күп йоғонтоһо арҡаһында өлкән һәм йәш быуын араһында айырылғанлыҡ барлыҡҡа килде. Япондарҙың яңы быуыны нейтраль, формаль булмаған телгә өҫтөнлөк бирә речь, традицион япон теленә хас яғымлы телмәрҙе һәм япон телендәге енес айырымлыҡтарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҡулланмайҙар. Киң мәғлүмәт саралары йоғонтоһонда яйлап диалекттар араһындағы айырмалыҡтар кәмей бара, шулай ҙа, төбәк үҙаңы онотторорға бирмәгәнлектәндер, диалекттар XXI быуатта ла һаҡлана, шулай уҡ төбәк сленгын байыта.

Японияның географик үҙенсәлектәре сәбәпле, япон теленең тиҫтәләп диалекты бар. Улар һүҙлек составы, морфология, ҡайһы бер осраҡтарҙа һөйләм буйынса айырыла. Иң киң таралған диалекттар араһында ҡансай-бен (関西弁), тохоку-бен (東北弁) һәм канто-бен (関東弁) кеүек диалекттарҙы атап була.

Һәр япон кешеһе төп япон телен белә, ләкин төрлө диалект вәкилдәре бер-береһен аңламауы мөмкин.

Япон телендә дифтонгтар юҡ. Биш һуҙынҡы, шулай уҡ һуҙынҡыларҙың ҡыҫҡалыҡ — оҙонлоҡ категорияһы: 叔父さん (одзисан, бабай) һәм お爺さん (одзи: сан, олатай) бар.

Хирагана Халыҡ-ара фонетик алфавит (МФА) Поливанова транскрипцияһы Аңлатмалары
[ä] а Урта рәт аҫҡы һуҙынҡы, яҡынса рус «а»-һына тура килә.
[i] и Алғы рәт үрге һуҙынҡы, яҡынса рус «и»-һенә тура килә.
[ɯ] йә [ü͍] прослушать  у Ябыҡ артҡы , бер ни тиклем үҙәктә торған, рус «у»-һын әйткәндәге кеүек түңәрәкләндермәй, иренде ҡымтып әйтелгән һуҙынҡы. Шулай уҡ [ɯ] өнөнә 100 % тура килмәй, әйткәндә ирендәр ситкә йәйелдерелә. IPA-ла ирендәрҙе ҡымтыу символы булмағанлыҡтан, «[u͍]» символы индерелгән — түңәрәк һуҙынҡы йәйелдереү диакритика комбинацияһы менән. Уҡытыу практикаһында рус «ы»-һын әйткәндәге кеүек ишетелә.
[e̞] э Алғы рәт урта күтәрелеш һуҙынҡыһы. Рус телендәге «э» кеүегерәк әйтелә.
Иренләшкән алғы рәт урта күтәрелеш һуҙынҡыһы |[o̞]прослушать  о Артҡы рәт урта күтәрелеш һуҙынҡыһы. Рус «о»-һы кеүегерәк әйтелә, ләкин ирендәр бик аҙ дәрәжәлә түңәрәкләнә.
Япон тартынҡылары, МФА һәм Е. Поливанованың рус транскрипцияһы
Ирен Альвеоляр Палаталь Веляр Увуляр Глотталь
Танау [m]? — м [n]? — н [ɲ]? — н [ŋ]? — г [ɴ]? — н
Шартлаулы [p]? — п [b]? — б [t]? — т [d]? — д [k]? — к [g]? — г
Аффрикаттар [ts]? — ц [dz]? — дз []? — т []? — дз
Фрикативтар [ɸ]? — ф [s]? — с [z]? — дз [ɕ]? — с [ʑ]? — дз [h]? — х
Аппроксиманттар [ɺ]? — р [ç]? — х [j]? — й [w]? — в
Бер баҫымлылар

Поливанова системаһында [ɕ]?, []?, [(d)ʑ]? и [ç]? өндәренә арттарынан түбәндәге и, я, ю, ё билдәләре менән килгән с, т, дз, х билдәләре ҡуйыла. Әгәр улар артынан а, у, э, о килһә, шул уҡ билдәләр [s]?, [t]?, [(d)z]?, [h]? тартынҡыларына тап киләләр. Өн процестары тураһында шулай уҡ "Фонологик процестар" бүлегенән ҡарағыҙ.

  • Һаңғырау шартлаулылар [p]?, [t]? һәм [k]? «п», «т», «к» өндәренә тап килгәнсә, еңелсә һулыш (сағыштырғанда — инглиз телендәгенән кәмерәк, ләкин рус телендәгенән ҙурыраҡ) менән әйтеләләр. Рус «б», «г» өндәренә оҡшаған яңғыруҙар [b]? һәм [g]? фрикатив йә аппроксиманттарҙы ы-ны хәтерләтеп һәр ваҡыт тулы ҡымтылмайҙар. Күп диалекттарҙа, башлыса Японияның көнсығышында, һүҙ уртаһында /g/ кеүек [ŋ]? әйтелә.
  • Шуға ярашлы [i]? алдынан альвеолярҙар [n]?, [t]?, [d]?, [s]? һәм [z]? палаталь [ɲ]?, []?, []?, [ɕ]? и [(d)ʑ]?, кеүек әйтелә.
  • Фрикативтар [dz]? и []? — произношения [z]?, [ʑ]?, [(d)z]? һәм [(d)ʑ]? әйтелеш варианттары Ромадзи системаһында йышыраҡ z тип билдәләнәләр, әммә ғәҙәттә аффрикаттар кеүек әйтеләләр.
  • [ɺ]? — апикаль постальвеоляр һуғыу удар. Бер һуғыулы рус өнө «р»-ҙы хәтерләтә. Өндөң латерализацияһы тенденцияһы бар, һәм шул саҡта ул «л»-ға оҡшай.
  • Түңәрәкләнгән веляр [w]? — ысынында []? һуҙынҡыһының ижекһеҙ варианты. Ул МФА-ның типик [w]?на тиң не эквивалентен түгел, дөрөҫөрәге әйтелештә ирендәрҙең түңәрәкләнеүен түгел, ә компрессияһын булдыра.
  • [ɴ]? тел артабанғы тоташыусы смычный тартынҡының урынлашыуын ала, фрикатив тартынҡы менән һуҙынҡылар арпаһында тотош ҡымтылмай, шуға ул танау тартынҡыһынаа оҡшап китә, ә һүҙ һуңында уны увуляр танау тартынҡыһы кеүек әйтәләр.
  • [i]? прослушать  [h]? [ç]?-ға күсә һәм [u]? прослушать  алдынан ирендәр ҡымтып әйтелә торған [ɸ]?-ғ күсә.
  • [ː]? — был билдә обструкция йә тартынҡының оҙонайыуын күрһәтә /pː/, /[tː]?/, /[sː]?/ һ.б.

Фонологик процестар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тартынҡыларға ҡағылған процестар:

  • Һуҙынҡылар араһындағы позицияла тартынҡылар /b/, /ɡ/ тап килгән фрикативтарға: [β]?, [ɣ]?: 暴れる (абарэру, [äβäɾe̞ɾü͍], ҡоторонорға) күсеүе.
  • Һүҙ уртаһында /ɡ/-ның назализацияһы: 職業 (сёкугё:, [ɕo̞kü͍ŋo̞:], эш), 考える (кангаэру, [käŋŋäe̞ɾü͍], уйларға). Әммә бындай әйтелеште бөтә япондар ҙа хупламай.
  • [i]? алдынан һәм йомшаҡ тартынҡылы яһалған ижектәрҙә һәм, һәм бигерәк тә /s, z, t/ тартынҡыларҙың палатализацияһы:
    • /s/ → [ɕ]: (сио, [ɕio̞], тоҙ).
    • /dz/ → [dʑ] ([ʑ]): 地震 (дзисин, [dʑiɕĩɴ], ер тетрәү); 五十 (годзю:, [ɡo̞dʑü͍ː], илле).
    • /t/ → [tɕ]: 知人 (тидзин, [tɕidʑĩɴ], таныш).
    • /h/ → [ç]: (хито, [çi̥to̞], кеше).
    • /m/ → [mʲ]: (уми, [ü͍mʲi], диңгеҙ).
    • /ɡ/ → [ɡʲ]: 餃子 (гё: дза, [ɡʲo̞ːza], цзяоцзы).
    • /n/ → [ɲ]: (нива, [n̠ʲiw͍ä], баҡса).
  • [ü͍] алдынан тартынҡыларҙың модификацияһы
    • /h/ → [ɸ]: (фута, [ɸü͍̥ta], ҡапҡас).
    • /t/ → [ts]: (цуги, [tsü͍ŋi], сираттағы).

Һуҙынҡыларға ҡағылған процестар:

  • Ике һаңғырау тартынҡы араһында /i, ü͍/-нең редукцияһы: (куцу, [kü͍̥̥tsü͍], аяҡ кейеме), 素肌 (сухада, [sü͍̥hädä], яланғас тире), 悲観 (хикан, [çi̥kãɴ] пессимизм), 比較 (хикаку, [çi̥käkü͍], сағыштырыу).
  • Һуҙынҡыларҙың назализацияһы: 生産 (сэйсан, [se̞ːsãɴ], етештереү), (эн, [ẽɴ], иена).
  • Һуҙынҡыларҙың оҙонайыуы. Һуҙынҡылар /o̞, ü͍/ う билдәһе менән оҙонялар, һуҙынҡылар /e̞̞, i/ — い билдәһе менән, /ä/ һуҙынҡыһы — あ: さあ билдәләре менән (са:, [säː], шулай итеп), 工場「こうじょう」 (ко: дзё:, [ko̞ːdʑo̞ː], завод), 人生「じんせい」 (дзинсэй, [dʑĩɴse̞ː], кеше ғүмере). Япон теленең Поливанова системаһы буйынса рус транскрипцияһында э өнөнөң оҙонлоғон һирәк күрһәтәләр, һәм, ҡағиҙә булараҡ, пишут эйҠалып:Ҡара: япон теле өсөн МФА таблицаһы тип яҙалар.

Япон яҙыуы өс төп өлөштән — кандзиҙан (Ҡытайҙан үҙләштерелгән иероглифтар), һәм ике ижек әлифбаһынан — Японияла кандзиға нигеҙләнеп булдырылған кананан — катакананан һәм хирагананан тора. Был яҙмаларҙың һәр бер төрө хәҙерге заман яҙмаһында үҙенең традицион урынын тапҡан.

Һүҙҙәрҙең күпселеге иероглифтар менән яҙыла: һандар, исемдәр, ҡылымдар, сифаттар, рәүештәр, ҡайһы бер алмаштар, ярҙамсы һүҙ төркөмдәре башлыса хирагана менән яҙыла. Һүҙҙәр бер: (ки, ағас), ике: 教員 (кё: ин, уҡытыусы үҙе тураһында), өс: 新幹線 (синкансэн, япон тиҙ йөрөшлө тимер юлы) һәм хатта дүрт 高等数学 (ко: то: су: гаку, юғары математика) иероглифтан тороуы мөмкин. Фән һәм техник терминдар күберәк тә билдәләр булыуы мөмкин: 熱原子核反応 (нэцугэнсикаку-ханно:, термо-ядро реакцияһы).

Катакана, ҡытай һәм корей теленән үҙләштерелгәндәрҙән тыш, башлыса сит ил исемдәрен һәм ғөмүмән сит илдән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе гайрайго (外来語) яҙыу өсөн ҡулланыла. Шулай итеп, япон телендә бөтә сит ил исемдәре: アンナ (анна, Анна), дәүләт исемдәре: ロシア (росиа, Рәсәй), ҡалалар: クラスノヤルスク (курасуноярусуку, Красноярск) катакана менән яҙыла. Сит ил кешеләренең күпселеге төп әйтелеште бик ныҡ боҙоп әйтегә иғтибар итеүҙәрен белдерәләр. Был япон әлифбаһының ижекле булыуы менән бәйле, һәм тартынҡыларҙн бары тик ん(н) ғына ижекһеҙ була. Другой случай использования Катакананы ҡулланыуҙың икенсе осрағы — хирагана урынына, текстың (европа курсивына йә ярым ҡалын шрифтына оҡшатып) өлөшөн айырымлау маҡсатында. Катакана Япония территорияһында япон телендә яҙылған телеграммалар тексында (был осраҡта, адресатты һәм йәшәгән урынын табыуҙы еңеләйтеү өсөн адрес иероглиф менән яҙылырға тейеш булған) ҡулланыла. Бынан тыш, катакананың һүҙлектәренең күбеһендә иероглифтарҙы онъёми йә онных (ҡытайса) яҙыу һәм уҡыу ҡулланыла.

Хирагана башлыса һүҙҙәрҙең суффикстарын яҙыуҙа ҡулланыла. Некоторые слова японского происхождения, не имеющие Иероглиф менән яҙылмаған ҡайһы бер япон сығышлы һүҙҙәр ҙә: башлыса бл ярҙамсы һүҙҙәр: や (я, һәм), まだ (мада, тағы), шулай уҡ алмаштарҙың күпселеге: これ (корэ, был) хирагана менән яҙыла. Бынан тыш, иероглиф яҙылышлы, ләкин өйрәнелгәнсә традиционно хирагана менән яҙылыусы бер төркөм һүҙҙәр бар: おいしい (оисий, тәмле, иероглифта — 美味しい), ありがとう (аригато:, рәхмәт, иероглифта — 有リ難う). Хирагана, шулай уҡ йыш ромадзи (латиницала) ҡабатланыусы япон тимер юл станциялары атамаларын яҙыр өсөн ҡулланыла. Яңы ғына уҡый башлаған балалар өсөн бер генә кана ҡулланылған әҙәбиәт нәшер ителә.

Кана һәм иероглифтар "винегрет"ы — ниһонго|«ҡатнаш яҙыу»|漢字仮字交じり文|кандзи-кана-мадзири-бун| һәм уны «иероглифтар кана менән аралашҡан яҙма» тип тәржемә итергә була, һәм был төп өлөшө иероглифтарҙан торған хәҙерге япон яҙмаһының нормаһы булып тора.

Ҡайһы берҙәр (мәҫәлән, Е. В. Маевский[6]) япон яҙмаһының элементы тип, хәҙерге япон телендә яҙмаларҙың башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда, уның роле күпкә аҙ булһа ла, Японияла үҙләшеп киткән латиницаны ла иҫәпләй. Ромадзи япон телендә яҙылған халыҡ-ара телеграммаларҙа һәм ҡайһы берҙә электрон почтала ҡулланыла. Японияла шулай уҡ күпмелер ромадзиға тулыһынса күсеү яҡлылар ҙа бар; ромадзиҙа күп булмаған һандағы китаптар, гәзит һәм журналдар нәшер ителә.

Ҡайһы бер япон-инглиз һәм хатта япон-рус һүҙлектәрендә ромадзи ҡулланыла, һәм был латин алфавитының ғәҙәти тәртибендә һүҙҙәрҙе төркөмләү мөминлеген бирә. Был ромадзи үҙе менән хәрефле, кана — силлабик (ижекле) яҙманы кәүҙәләндереүе менән аңлатыла.

Вертикаль япон яҙмаһы өлгөһө
Горизонталь япон яҙмаһы өлгөһө (һулдан уңға)

Япондар традиция буйынса ҡытай яҙмаһы ысулын ҡулланған — символдар өҫтән аҫҡа, ә бағаналар уңдан һулға табан бара. Был ысул нәфис әҙәбиттә һәм гәзиттәрҙә киң ҡулланылыуын дауам итә. Әммә фәнни әҙәбиәттә, йышыраҡ осраҡта европа яҙыу ысулы ҡулланыла — символдар һулдан уңға, ә юлдар өҫтән аҫҡа теҙелә. Фәнни текстарҙа йыш ҡына башҡа телдәрҙәге һүҙҙәрҙе һәм фразаларҙы, шулай уҡ математик һәм химик формулаларҙы ҡуйырға тура килеү менән бәйле. Вертикаль текста был бик уңайһыҙ.

Һулдан уңға горизонталь яҙыу рәсми рәүештә фәҡәт 1959 йылда ғына ҡабул ителгән. ә быға саҡлы текстарҙың күп төрҙәре уңдан һулға йыйылған булған.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан хатта хәҙер ҙә уңдан һулға йүнәлтелгән горизонталь яҙманы иғландарҙа һәм лозунгыларҙа осратырға мөмкин — был, ҡәтғи әйткәндә, һәр бағанаһы бер билдәнән торған вертикаль яҙманың төрсәһе.

Иероглифтарҙы онный һәм кунный уҡыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә япон иероглифтары тиерлек ҡытай теленән үҙләштерелгәнлектән, үҙләштермәләр барлыҡҡа килгән мәлгә япон телендә ҡытай телендә уҡығанға оҡшағандары  — онъёми-онные уҡылған иероглифтар һаҡланған. Бындай уҡыуҙар, үҙләштерелгән осорҙа сиктә периферийный урынлашҡанлыҡтан, төньяҡ ҡытай диалекттарынан килеп сыҡҡанлыҡтан, хәҙерге ҡытай телендә уҡығандарҙан бик ныҡ айырыла. Онные уҡыуҙары хәҙерге ҡытай телендә был иероглифтарҙы уҡыуға хаккаға яҡын, аҙ дәрәжәлә — юэ (кантон телендә). Икенсе яҡтан, бер үк ваҡытта шул иероглифтарға кунъёми - кунные уҡыу, йәғни һүҙҙәрҙе ысын япон әйтелешендә уҡыу тигән атама нығынған. Ҡағиҙә булараҡ, ҡатмарлы һүҙҙәрҙә иероглифтар онные уҡылғанда, иероглифтар, үҙ аллы һүҙ булараҡ, кунные уҡыла.

Онные һәм кунные уҡыу өлгөһө
Иероглиф Ҡытай телендә уҡыу Хаккала уҡыу Онные уҡыу Кунные уҡыу
rì/жи ngit нити, дзицу: 一日 (итинити, көн буйы) хи: (хи (ひ), көн)
shēng/шэн sên сэй, сё:: 人生 (дзинсэй, кеше ғүмере) и: 生きる (икиру, йәшәргә)
dà/да thai тай: 大変 (тайхэн, бик) оо: 大きい (оокий, ҙур), 大いに (оой-ни, ғәйәт, ифрат)

Япон теле флективизация процестары башланған агглютинатив грамматик төҙөлөшкә эйә. Классик агглютинатив телдәрҙән (төрөк, монгол) уны ҡылымының ике спряжениеһы булыуы, һәм 2-се һәм 3-сө заттарҙа төп һүҙ менән бәйле дөрөҫ түгел ҡылымдары, бары тик お- (о-) йәки ご- (го-) приставкалары булған притяжательный килешле үҫешмәгән аффикстар системаһы менән сикләнеүе, һәм шулай уҡ сифаттарҙың өс төркөмө булыуы менән айырыла. Ҡытай теленең көслө йоғонтоһо һөҙөмтәһендә япон теле иҫәпле суффикстары, -的 (-тэки) тамамланған ҡытай сифаттары булыуы менән ҡылыҡһырлана. Һүҙҙәрҙең тамамланған грамматик формаларын барлыҡҡа килтереүсе нигеҙ булған сифат һәм ҡылымдарҙың спряжениеһы япон теленең үҙенсәлекле һыҙаты булып тора.

Япон һөйләменә түбәндәге принциптар хас:

  • эйә, тултырыусы һәм хәлдәр хәбәрҙән алда килә, хәбәр һәр ваҡыт һөйләм һуңында ҡуйыла (Типология порядка слов (схема SOV) — ингл. Subject Object Verb, «Эйә — тура тултырыусы — хәбәр»);
  • аныҡлаусылар аныҡланыусы һүҙ алдынан килә;
  • предлогтары юҡ, ә япон теленә хас послелогтар исемдән һуң ҡуйыла.

Исемдәрҙә род категорияһы юҡ, шулай уҡ күплек һанын барлыҡҡа килтереүсе аныҡ ҡына грамматик формулировкаһы юҡ. Артиклдәре юҡ.

Күплек һанын барлыҡҡа килтергәндә ҡулланылыуы мөмкин:

  • берлек һанында торған шул уҡ һүҙ: (нэко) — ата бесәй, инә бесәй, ата бесәйҙәр, инә бесәйҙәр, (сакана) — балыҡ, балыҡтар, 自動車 (дзидо:ся) — автомобиль, автомобилдәр. Һан тураһында контекстан сығып ҡына белергә була.
  • Редупликация (икеләтелгән һүҙ), был осраҡта иероглифты ҡабат яҙыу урынына одоридзи 々 билдәһе ҡулланылыуы мөмкин: (яма, тау) — 山々 (ямаяма, тауҙар). Икенсе һүҙ йыш ҡына рэндаку күренешенә дусар ителә, йәғни икенсе һүҙҙең башланғыс һаңғырау тартынҡыһы яңғырауға әйләнә: (хи, көн) — 日々 (хиби, көндәр), (хито, кеше), 人々 (хитобито, кешеләр), (сима, утрау) — 島々 (симадзима, утрауҙар). Бөтә һүҙҙәр ҙә бындай юл менән күплек һанына эйә була алмай.
  • -達, -たち (-тати) суффиксы: (ватаси, мин) — 私達 (ватаситати, беҙ), 子供 (кодомо, бала) — 子供達 (кодомотати, балалар), あの人 (анохито, шул кеше) — あの人たち (анохитотати, шул кешеләр). Әммә (томо) һәм 友達 (томодати) һүҙҙәре дуҫ тигәнде лә, дуҫтар тигәнде лә аңлата.
  • Предметтарҙың һанын күрһәткән иҫәп һүҙе: (ума, ат) — 一匹の馬 (иппики-но ума, бер ат), хайуандарҙы һанағанда ҡулланылған иҫәп һүҙе -匹 (-хики,-пики); 会社員 (кайсяин, фирма хеҙмәткәре) — 五人の会社員 (гонин-но кайсяин, биш хеҙмәткәр), -人 (-нин) иҫәп һүҙе кешеләрҙе һанағанда ҡулланыла.

Япон телендә исемдең килеш системаһы үҫешкән. Бөтә исемдәр өсөн дә килеш суффикстары йыйылмаһы бер төрлө.

Кана Уҡыу Килештәр Һорауы Миҫал Транскрипция Тәржемә
Исем килеше (төп, һүҙлек) Кем? Нимә? 私は学生です Ватаси-ва гакусэй дэсу Мин студент
-は -ва Тематик күрһәткес¹ Кем? Нимә? 田中さんは軍人です Танака-сан-ва гундзин дэсу Танака әфәнде — хәрби
-が -га Төп килеш (рематик эйәнеке)² Кем? Нимә? 私は日本語を勉強するのが好きです Ватаси-ва нихонго-о бэнкё: суру но-га суки десу Мин япон теле менән шөғөлләнергә яратам
-を Төшөм килеш Кемде? Нимәне? 本を読みます Хон-о ёмимасу Китап уҡыйым
-の -но Эйәлек килеш Кемдеке? Кемдең? Нимәнең? 父の家 Тити-но иэ Атайымдың йорто
-に -ни Төбәү килеш Кемгә? Нимәгә? 本を学生に上げます Хон-о гакусэй-ни агэмасу Китапты студентҡа бирәм
-に -ни Торош ҡылымдары янында урынды күрһәтеүсе Ҡайҙа? 部屋に机があります Хэя-ни цукуэ-га аримасу Бүлмәлә — өҫтәл
-に -ни Маҡсат килеше Ҡайҙа? Ни өсөн? 勉強に行きます Бэнкё: ни икимасу Уҡырға барам
-に -ни Транслатив (Әүерелдереү ) килеш Кем булам? Нимә булам? 学者になります Гакуся-ни наримасу Ғалим булам
-へ Йүнәлеш килеше Ҡайҙа? 会社へ行きます Кайся-э икимасу Фирмаға барам
-で -дэ Ҡорал, хәрәкәт урыны Кем менән? Нимә менән? Ҡайҙа? 箱を家で作ります Хако-о иэ-дэ цукуримасу Йәшникте өйҙә эшләйем
-から -кара Сығанаҡ килеш Ҡайҙан? Ниндәй урындан? Ҡайһы ваҡыттан? ウラジオストクから来ました Урадзиосутоку-кара кимасита Владивостоктан килде
-まで -мадэ Сик килеше Ҡайҙа тиклем? Ниндәй урынға тиклем? Ҡайһы ваҡытҡа тиклем? ロケットは星まで飛びます Рокэтто-ва хоси-мадэ тобимасу Ракеталар йондоҙҙарға тиклем осоп етер
-より -ёри Сағыштырыу килеше Нимәнән кем? Нимәнән нимә? Кем менән сағыштырғанда (Нимә менән сағыштырғанда)? 外は内より涼しいです Сото-ва ути-ёри судзусий дэсу Өйгә ҡарағанда тышта һалҡыныраҡ
-と -то Бергәлек килеше Кем менән? Нимә менән? 友達と映画館へ行きます Томодати-то эйгакан-э икимасу Дуҫым менән киноға барам
-も -мо Бәйләүсе килеш Һәм кем? Һәм нимә? 私もそう思います Ватаси-мо со: омоимасу Мин дә шулай уйлайым
¹ は киҫәксәһе теләһә ҡайһы һөйләм киҫәген билдәләүсе тематик күрһәткес булып тора. Йыш ҡына һөйләмдең эйәһен төҙөй. Мәҫәлән: О-тя-ва суки дэ ва аримасэн (япон. お茶は好きではありません?, (Мин) яратмайым сәй)[7].
² が киҫәксәһе һөйләмдең эйә-ремаһын, йәғни, һөйләмдәге яңыны, нимәгә логик баҫым төшә, шуны билдәләй: Анна-сан-га гакусэй дэсу (япон. アンナさんが学生です?, Анна, башҡа бер кем дә түгел, студентка)[8].

Япон телендә берәй кешегә өндәшкәндә, башҡа телдәрҙәге «әфәнде», «сэр», «иптәш», «мадам», «сударыня» тигән өндәшеү һүҙҙәренә тап килгән исем суффикстары ҡулланыла: Танака-сан (япон. 田中さん?, Танака әфәнде/ханым), Ямамото-сэнсэй (япон. 山本先生?, Ямамото әфәнде (табипҡа йәки уҡытыусыға өндәшеү), Кавада-кун (япон. 川田君?, коллега Кавада).

Арауыҡ, ваҡыт һәм башҡа мәғәнәүи үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе билдәләү маҡсатында япон ялғауҙары ҡулланыла.

Япон телендә сифат килеш менән үҙгәрмәй, ә заман һәм һөйкәлеш менән үҙгәрә. Ҡылымдар кеүек үк, сифаттар артабанғы грамматик формалар барлыҡҡа килеүсе нигеҙгә эйә.

Япон телендә сифаттарҙың 3 категорияһы бар:

  • Предикатив, һүҙлек нигеҙе -い () тамамлана.
  • Ярым предикатив, төп формаһы -の (-но) или -な (-на) тамамлана.
  • Төп формаһында -的 (-тэки) тамамланған ҡытай сифаттары. Был сифаттар телмәрҙә минималь үҙгәрештәр кисерәләр.

Предикатив сифаттарҙың үҙгәреүе -い () суффиксының тап килгән нигеҙ суффикстарына бер тапҡыр үҙгәреүҙән тора. Миҫал өсөн — 赤い (акай, ҡыҙыл) сифаты

I нигеҙ
(Һүҙлек)
II нигеҙ
(Һүҙьяһалыш)
III нигеҙ
(Рәүеш-берләштергес)
IV нигеҙ
(Шартлы)
V нигеҙ
(Ихтималлыҡлы)
-い () -く (-ку) -けれ (-кэрэ) -かろう (-каро:)
Миҫал
赤い (акай) (ака) 赤く (акаку) 赤けれ (акакэрэ) 赤かろう (акакаро:)

I нигеҙҙе ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • аныҡлаусы сифатында: 黒い猫 (курой нэко, ҡара бесәй);
  • хәбәр сифатында. Яғымлы телмәрҙә ҡулланыу өсөн был осраҡта です бәйләүсе һүҙе (дэсу): この鉛筆は赤いです (коно эмпицу-ва акай дэсу, был ҡәләм ҡыҙыл) менән биҙәү талап ителә

II нигеҙҙе ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • - (-са) суффиксын ҡушып, әйтеп биреү дәрәжәһен үлсәү мөмкинлеген биргән сифат мәғәнәле исемдәр яһалғанда: 赤い (акай, красный) — 赤さ (акаса, ҡыҙыллыҡ);
  • -み (-ми) суффиксы ярҙамында әйтеп биреү дәрәжәһен үлсәү мөмкинлеген бирмәгән сифаттан исемдәр яһалғанда: 深い (фукай, тәрән) —深み (фуками, тәрәнлек).
  • -かった (-катта) суффиксы ярҙамында үткән заман формаһы яһала: 寒い (самуй, һалҡын) — 寒かった日 (самукатта хи, һалҡын булған көн). Яғымлы телмәрҙә хәбәр сифатында ҡулланыу өсөн です (дэсу) бәйләүсеһе менән биҙәлә: オペラは面白かったです (опэра-ва омосирокатта дэсу, опера ҡыҙыҡ булды).

III нигеҙҙе ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • сифат мәғәнәле рәүеш: 早い (хаяй, иртә, шәп) — 早く (хаяку, иртә, шәп);
  • -ない (-най) суффиксы ярҙамында кире форма яһала: 白い (сирой, аҡ) — 白くない (сирокунай, аҡ түгел). Яғымлы телмәрҙә です (дэсу) бәйләүсеһе менән хәбәр сифатында формалаша;
  • урта форма, -て (-тэ) суффиксын өҫтәп сифаттан деепричастие яһала: 大きい (оокий, ҙур) — 大きくて (оокикутэ, ҙур булып);
  • -たって (-таттэ) суффиксы ярҙамында кире форма яһала: 高い (такай, ҡиммәт) — 高くたって買うよ (такаку-таттэ кау ё, ҡиммәт булһын, барыбер һатып алам!)
  • -ても (-тэмо) суффиксы ярҙамында тағы бер кире форма яһала: 暑くても ацукутэмо эҫе булһа ла (булыуына ҡарамаҫтан).

IV нигеҙҙе ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • -ば (-ба) суффиксын ҡушып шарт формаһы яһала: 寒い (самуй, һыуыҡ) — 寒ければ (самукэрэба, әгәр һыуыҡ булһа): 明日は寒ければ散歩に行きません。Асита-ва самукэрэба сампо-ни икимасэн. Әгәр иртәгә һыуыҡ булһа, йөрөргә сыҡмаҫбыҙ.

V нигеҙҙе ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ихтималлылыҡ формаһы: 目新しい (мэатарасий, үҙенсәлекле оригинальный) — 目新しかろう (мэатарасикаро:, үҙенсәлекле булыуы ихтимал)

Ярым предикатив сифаттарҙың ялғауҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • -に (-ни) ялғауы рәүеш өсөн: 静かな (сидзукана, тын) — 静かに (сидзукани, тын);
  • хәбәр формаһы өсөн ялғау юҡ: 静かな (сидзукана, тын) — この町は静かです (коно мати-ва сидзука дэсу, был ҡала тын).

Япон телендә ҡылымдарҙың һан һәм зат менән үҙгәреүе юҡ. Шуның менән бергә япон телендә ҡылымдың рус телендә булмаған шундай формалары бар, һәм уларҙы тәржемә итер өсөн аналитик конструкциялар, йәғни өҫтәмә һүҙҙәр ҡулланырға тура килә. Ҡылымдар биш нигеҙ буйынса үҙгәреүе мөмкин. Ҡылымдың ике төрлө үҙгәреше һәм дөрөҫ булмаған үҙгәрешле ике ҡылым бар:[9]

  • II үҙгәреш ҡылымдарына алдынан э йәки и һуҙынҡылары килгән -る (-ру ижегенә тамамланған ҡылымдар ҡарай). Был билдәгә тап килгән бер нисә ҡылым айырмалыҡ исключение төркөмөн булдырған һәм беренсе I үҙгәрешкә ҡарай: 知る (сиру, белергә), 切る (киру, киҫергә), 走る (хасиру, йүгерергә), 減る (хэру, кәмеү), 交じる (мадзиру, ҡушылырға), 帰る (каэру, әйләнеп ҡайтырға), 入る (хаиру, инергә), 限る (кагиру, сикләнергә), 要る (иру, талап ителергә), 射る (иру, атырға), 握る (нигиру, ҡулда тоторға);
  • 2 дөрөҫ булмаған ҡылым бар: する (суру, эшләргә) һәм 来る, くる (куру, килергә);
  • Башҡа бөтә ҡылымдар I үҙгәрешкә ҡарай.
  • Ҡылымдарҙың II спряжениеһының 1 һәм 2 нигеҙе тап килә. Уны яһау өсөн -ру ялғауын алып ташлар кәрәк , мәҫәлән: 食べる — табэру, 1 һәм 2 нигеҙ 食べ — табэ- була.

Биш нигеҙҙән башҡа, үткән заман формалары һәм I спряжение ҡылымдарынан хәл ҡылым төрлөсә яһала. I спряжение спряжение ҡылымдарының нигеҙ буйынса үҙгәреүе ижекле әлифбалағы билдәләрҙең барыуын ҡабатлай. Түбәндә ҡылымдарҙың биш нигеҙ һәм өҫтәмә формалар буйынса үҙгәреш таблицаһы килтерелгән:

I нигеҙ
(Тиҫкәре)
II нигеҙ
(Һүҙьяһалыш)
III нигеҙ
(Һүҙлек)
IV нигеҙ
(Шартлы-бойороу)
V нигеҙ
(Ихтималлылыҡ-саҡырыу)
Үткән заман
время
Деепричастие
I Спряжение
-わ- (-ва-) -い- (-й-) -う () -え () -おう (-о:) -った (-тта) -って (-ттэ)
-た- (-та-) -ち- (-ти-) -つ (-цу) -て (-тэ) -とう (-то:) -った (-тта) -って (-ттэ)
-ら- (-ра-) -り- (-ри-) -る (-ру) -れ (-рэ) -ろう (-ро:) -った (-тта) -って (-ттэ)
-な- (-на-) -に- (-ни-) -ぬ (-ну) -ね (-нэ) -のう (-но:) -んだ (-нда) -んで (-ндэ)
-ば- (-ба-) -び- (-би-) -ぶ (-бу) -べ (-бэ) -ぼう (-бо:) -んだ (-нда) -んで (-ндэ)
-ま- (-ма-) -み- (-ми-) -む (-му) -め (-мэ) -もう (-мо:) -んだ (-нда) -んで (-ндэ)
-か- (-ка-) -き- (-ки-) -く (-ку) -け (-кэ) -こう (-ко:) -いた (-йта) -いて (-йтэ)
-が- (-га-) -ぎ- (-ги-) -ぐ (-гу) -げ (-гэ) -ごう (-го:) -いだ (-йда) -いで (-йдэ)
-さ- (-са-) -し- (-си-) -す (-су) -せ (-сэ) -そう (-со:) -した (-сита) -して (-ситэ)
いか- (ика-)[10] いき- (ики-) いく (ику) いけ (икэ) いこう (ико:) いった (итта) いって (иттэ)
II Спряжение
— (-) — (-) -る (-ру) -れ (-рэ) -よう (-ё:) -た (-та) -て (-тэ)
Дөрөҫ булмаған ҡылымдар
し-, せ-, さ- (си-, сэ-, са-) し- (си-) する (суру) すれ (сурэ) しよう (сиё:) した (сита) して (ситэ)
こ- (ко-) き- (ки-) くる (куру) くれ (курэ) こよう (коё:) きた (кита) きて (китэ)

I нигеҙҙе ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • -ない (-най) суффиксы ярҙамында — һөйләү телмәрендә, мәғлүмәт һәм әҙәби стилдәрҙә ҡулланылған кире форма: 飲む (ному, эсергә) — 飲まない (номанай, эсмәҫкә, мин эсмәйем, ул эсмәй). Был форма шулай уҡ причастие, йәғни исемгә аныҡлаусы булараҡ: ビールを飲まない人 (би: ру-о номанай хито, һыра эсмәүсе кеше). Японияның ҡайһы бер төбәктәрендә кеселекле кире ҡағыуға башлыса «II нигеҙе» + -ません -масэн формаһы түгел, ә です дэсу связкаһын өҫтәгән был тиҫкәре форма ҡулланыла: 今日は東京へ行かないです (кё:-ва то: кё:-э иканай дэсу, бөгөн мин Токиоға бармайым);
  • -ざる (-дзару), -ず (-дзу), -ぬ (-ну), -ん () суффикстары ярҙамында — тиҫкәре форма. Миҫал: 知る (сиру, белергә) — 知らず (сирадзу, белмәйенсә);
  • I спряжение ҡылымдары өсөн -れる (-рэру) суффиксын, һәм II спряжение ҡылымдары өсөн -られる (-рарэру) — страдательный залог формаһын ҡулланып. Барлыҡҡа килгән формалар II спряжениела үҙгәрә;
  • I спряжение ҡылымдары өсөн -せる (-сэру), һәм II спряжение өсөн -させる (-сасэру) ҡушып — побудительный залог формаһы. Барлыҡҡа килгән формалар II спряжениела үҙгәрә. Миҫал: 読む (ёму, уҡырға) — 読ませる (ёмасэру, уҡырға мәжбүр итергә);
  • мәжбүр итеүсе залог барлыҡҡа килтереүҙең альтернатив ысулы: -す (-су) - I спряжение ҡылымдары өсөн, һәм -さす (-сасу) - II спряжение ҡылымдары өсөн. Барлыҡҡа килгән формалар I спряжениела үҙгәрә.
  • шулай уҡ мәжбүр итеүсе залог барлыҡҡа килтереүҙең сикләүле ҡулланылған өсөнсө ысулы: -しめる (-симэру) бәйләү юлы менән. Барлыҡҡа килгән формалар II спряжениела үҙгәрә.
  • Дөрөҫ булмаған ҡылымдарҙың һәм II спряжение ҡылымдарының тиҫкәре фаразы -まい -май суффиксын ҡушып барлыҡҡа килә: (食べる, ашарға, ейергә)ー食べまい — табэмай — моғайын ашамаҫҡалыр [11].

Кеселекле формалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япон ҡылымының II нигеҙенең төп функцияһы — хәбәр һөйкәлешенең кеселекле формалары барлыҡҡа килеүе. Бының менән бәйле, ҡылымдың II нигеҙенә ҡушылған дүрт суффиксы бар. Үҙгәреү миҫалы сифатында — 急ぐ (исогу, ашығырға, ҡабаланырға) ҡылымдары һәм 食べる (табэру, бар):

  • -ます (-масу) — хәҙерге-киләсәк заман формаларын барлыҡҡа килтерә: 急ぎます (исогимасу, мин ашығам, ул ашыға, мин ҡабаланам, ул ҡабаланыр), 食べます (табэмасу, мин ашайым, ул ашай, мин ашап алам, ул ашап алыр (аласаҡ);
  • -ましょう (-масё:) — ихтималлыҡ-саҡырыу формаһын барлыҡҡа килтерә: 急ぎましょう (исогимасё:, ихтимал, ашыға, ашығайыҡ әле!), 食べましょう (табэмасё:, ахыры, ашай, ашайыҡ әле!);
  • -ました (-масита) — үткән заман формаһын барлыҡҡа килтерә: 急ぎました (исогимасита, ашыҡҡан, ҡабаланған), 食べました (табэмасита, ашаны, ашаған, ашаған);
  • -ません (-масэн) — хәҙерге-киләсәк заманда ҡылымдың тиҫкәре формаһы барлыҡҡа килгән: 急ぎません (исогимасэн, мин ашыҡмайым, ул ашыҡмай, мин ашыҡмаҫмын, ул ҡабаланмаясаҡ), 食べません (табэмасэн, мин ашамайым, ул ашамай, мин ашамаҫмын, ул ашамаясаҡ). Үткән замандың тиҫкәре формаһында был форма артынан でした (дэсита) һүҙе килә: 急ぎませんでした (исогимасэн дэсита, ашыҡманы), 食べませんでした (табэмасэн дэсита, ашаманы).

Был формалар башлыса нейтраль-кеселекле телмәрҙә ҡулланыла. Ихтирамлы-кеселекле телмәрҙә ярҙамсы ҡылымдар һәм айырым кеселекле һүҙҙәр, кэйго, менән ҡатмарлыраҡ конструкциялар ҡулланыла.

II нигеҙҙе ҡулланыуҙың башҡа осраҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • おNください (о-N-кудасай) конструкцияһы ярҙамында, бында N — II нигеҙҙә ҡылымдың кеселекле үтенес формаһы барлыҡҡа килә: 入る (хаиру, инергә — I спряжение ҡылымы) — お入りください (о-хаири-кудасай, хөрмәтлем (рәхим итегеҙ?), инегеҙ);
  • -なさい (-насай) суффиксы ярҙамында бойороҡ һөйкәлеше формалары барлыҡҡа килә: 読む (ёму, уҡырға) — 読みなさい (ёминасай, уҡы), 休む (ясуму, ял итергә, йоҡларға) — 休みなさい (ясуминасай, йоҡла). Шунан япон нығытылған һүҙбәйләнештәренең береһе — お休みなさい (о-ясуми-насай, тыныс төн) баш алғандыр ҙа инде.
  • II спряжение ҡылымдарының II нигеҙенә ҡушылыусы -ろ (-ро), -よ () суффикс ярҙамында, бойороҡ һөйкәлештәренең бер формаһы барлыҡҡа килә: 見る (миру, ҡарарға) — 見ろ(見よ) (миро (миё), ҡара!), 出る (дэру, сығырға) — 出ろ (出よ) (дэро (дэё), сыҡ!)
  • -ながら (-нагара), -つつ (-цуцу) суффикстарын II нигеҙгә ҡушып, йә булмаһа II нигеҙҙе ике итеп : 笑う (варау, йылмайырға) — 笑いながら (варайнагара, йылмайып), 見る (миру, смотреть) — 見つつ (мицуцу, посматривая), 飛ぶ (тобу, осорға) — 飛び飛び (тобитоби, осоп) бер үк ваҡытта булғанды аңлатҡан деепричастиеның тотош бер төркөмө барлыҡҡа килә.
  • Теләк белдереү -たい (-тай) суффиксы ярҙамында тормошҡа ашырыла: 食べる (табэру, ашарға) — 食べたい (табэтай, ашарға теләйем), 飲む (ному, эсергә) — 飲みたい (номитай, эскем килә). Әйтер кәрәк, барлыҡҡа килгән формалар ысынында иһә сифаттар, һәм тап һуңғылары кеүек үҙгәрәләр. Шул сәбәпле кеселекле телмәрҙә хәбәр сифатында ҡулланыу өсөн, です (дэсу) связкаһы менән биҙәү кәрәк: ジュースを飲みたいです (дзю: су-о номитай дэсу, һут эскем килә). -たくない (-такунай) ярҙамында тиҫкәре форма барлыҡҡа килә: いきたくない(です) (икитакунай (дэсу), минең барғым (атлағым) килмәй).
  • -たがる (-тагару) суффиксы ярҙамында I спряжение кеүек үҙгәреүсе ҡылымдың шуға оҡшаш теләк формаһы була: 歌う (утау, йырларға) — 歌いたがる (утаитагару, йырларға теләйем).
  • Аҙағында -たい (-тай) булған һүҙбәйләнештәр һәм と思う (то омоу) ҡушып, ниәт итеүҙе белдергән әйтем барлыҡҡа килә: 行きたいと思う (икитай то омоу, барырға йыйынам).

III нигеҙҙе ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Һүҙлек формаһы.
  • Ябай һөйләү телмәрендә, мәғлүмәт һәм әҙәби стилдәрҙә хәҙерге-киләсәк заманды белдереү: 僕は工場で働く (боку-ва ко: дзё:-дэ хатараку, мин заводта эшләйәсәкмен).
  • Теләһә ҡайһы стилдә исем йә алмаш алдынан аныҡлаусы булараҡ сығыш яһауы мөмкин, һәм ғәҙәттә был рус теленә хәҙерге заман причастие тип тәржемә ителә: 歌う (утау, йырларға) — 歌う人 (утау хито, йырлаусы кеше).
  • -な (на) ярҙамында ябай һөйләү телмәренә хас тыйыу формаһы барлыҡҡа килә: 入る (хаиру, инергә) — 入るな (хаиру-на, инмә!)
  • -べき (-бэки) суффиксы ярҙамында пассив аныҡлаусы яһала: 読む (ёму, уҡырға) — 読むべき文書 (ёмубэки бунсё, уҡып сығылырға тейешле документ).
  • III нигеҙҙән һуң ҡушылған 積もり (цумори, ниәт) һүҙе ярҙамында ниәт итеү әйтелә. Кеселекле телмәрҙә ҡулланылған хәбәр сифатында です (дэсу): 帰る (каэру, әйләнеп ҡайтырға) — 帰る積もりです (каэру цумори дэсу, мин кире ҡайтырға йыйынам) связкаһы менән биҙәлә.
  • 1 спряжение ҡылымдарында тиҫкәре фараз -まい -май: 書く (каку, яҙырға)ー書くまい — какумай — моғайын, яҙмайҙыр) суффиксын ҡушып яһала[12].

IV нигеҙҙе ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ябай һөйләү телмәренең бойороҡ формаларының береһе: 話す (ханасу, һөйләргә) — 話せ (ханасэ, һөйлә!)
  • -ば (-ба) суффиксы ярҙамында шарт формаһы яһала: 降る (фуру, яуым-төшөм, яуыу [ямғыр, ҡар], яуыу [ямғыр, ҡар]) — 降れば (фурэба, әгәр ямғыр яуһа).

V нигеҙҙе ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ябай һөйләү телмәренең, мәғлүмәт һәм әҙәби стилдәрҙең ихтималлылыҡ-саҡырыу формаһы: 降る (фуру, ямғырмы йә ҡармы яуырға мөмкинлеге) — 降ろう (фуро:, ямғыр яуыуы ихтимал), 取る (тору, алырға) — 取ろう (торо: алайыҡ әле!)
  • V нигеҙ артынан килгән とする (то суру) һүҙбәйләнеше уҡталыуҙы, маташыуҙы белдерә: 見る (миру, ҡарарға) — 見ようとする (миё: то суру, ҡарап ҡарарға).
  • Ҡаршы килмәү формаһы と (то), とも (томо), が (га) һүҙҙәрен ҡушып яһала: 来る (куру, килергә, дөрөҫ булмаған ҡылым) — 彼が来ようと (карэ-га коё: то, хатта ул килһә лә (килгән хәлдә лә).

Үткән заман формаһын ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ябай һөйләү телмәрендә, мәғлүмәти һәм әҙәби стилдәрендә үткән заманды белдереү. Шулай уҡ исем йә алмаш алдынан үткән заман сифат ҡылымы булараҡ — 起きた生徒 (окита сэйто, йоҡонан торған уҡыусы), йә ҡылымдан яһалған сифат кеүек килә: 生きた人 (икита хито, тере кеше).
  • -り (-ри) суффиксы ярҙамында төркөмләү формаһы барлыҡҡа килә. Был формала бер үк ваҡытта үтәлгән бер тиң эш-хәрәкәттең ойоштормаһы ҡулланыла. Хәрәкәттәрҙе һанап үткәндән һуң тейешле ваҡыт һәм һөйкәлештәге する (суру, эшләргә) ҡылымы йә электән һанап бирелгән тиң хәрәкәттәрҙең сағылышын күрһәткән башҡа ҡылым килә. Миҫал: 食べる (табэру, ашарға) — 食べたり (табэтари), 飲む (ному, эсергә) — 飲んだり (нондари) — 朝ご飯に寿司や卵を食べたり、紅茶を飲んだりしています (асагохан-ни суси я тамаго-о табэтари, ко: тя-о нондари ситэимасу, иртәнге ашҡа (мин) суши һәм йомортҡа ашайым һәм ҡара сәй эсәм).
  • -ら (-ра) суффиксы ярҙамында шартлы формаларҙың береһе яһала: 降る (фуру, яуырға [ямғыр, ҡар]) — 降ったら (футтара, әгәр ямғыр яуһа).
  • юл биреү уступительный формаларының береһе -って (-ттэ): 行く (ику, барырға, дөрөҫ булмаған ҡылым) суффикстарын өҫтәп яһала — 今行ったって遅いです (има итта-ттэ осой дэсу, хатта хәҙер барһаҡ та, һүң буласаҡ).
  • Кеселекле һөйләү телмәрендә үткән заман формаһына -です (дэсу) связкаһы ҡушылыуы мөмкин: 昨日は映画へ行ったです (кино:-ва эйга-э итта дэсу, кисә мин киноға барҙым). Бындай конструкция үҙе менән элизия күренешен бирә なのです (на но дэсу) һәм әҙәби телдә ҡулланылмай.

Деепричастие формаһын ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Алдан булыу деепричастиеһы: 曲がる (магару, боролорға) — 曲がって (магаттэ, боролоп).
  • Ябай һөйләштәге бойороҡ һөйкәлеше формаларының береһе: 曲がる (магару, боролорға) — 左に曲がって (хидари-ни магаттэ, һулға борол).
  • Ҡылымдың һуҙымлы төрө いる (иру, булырға) ярҙамсы ҡылымы ярҙамында яһала: 縫う (нуу, тегергә) — 縫っている (нуттэ иру, хәҙер тегәм).
  • Нейтраль-кеселекле телмәрҙә үтенес формаһы ください (кудасай) һүҙен ҡушып яһала: 聞く (кику, тыңларға) — 聞いてください (кийтэ кудасай, тыңлағыҙ, зинһар).
  • Ҡылымдың вид формалары しまう (симау, тамамларға), くる (куру, килергә), おく (оку, һалырға), いく (ику, барырға), みる (миру, ҡарарға) ярҙамсы ҡылымдары ярҙамында яһала. Уларға ярашлы мәғәнәүи ҡылымдарҙан айырмалы вид формалары барлыҡҡа килгәндә, был биш ҡылым хирагана менән яҙыла.
  • Юл ҡуйыу формаларының береһе -も (-мо) суффиксы ярҙамында яһала. Был форма, артабанғы 良い (ий, яҡшы) һүҙ менән, рөхсәт итеүҙе белдергәндә ҡулланыла: 入る (хаиру, инергә) — 入っても良いですか? (хаиттэ-мо ий дэсу ка?, инергә мөмкинме?)
  • Шартлы формаларының береһе -は (-ва) суффиксы ярҙамында яһала: 急ぐ (исогу, ашығырға) — 急いでは (исоидэва, әгәр ашыҡһаң).

Япон телендә затына, родына, һанына һәм телмәр стиленә ярашлы зат алмаштары төрлө була. Был класс ваҡытта даими түгел һәм алмаштарҙың бик күп архаик формалары бар. Исемдәр һымаҡ, килеш менән үҙгәрәләр. Бынан тыш хәҙерге япон телмәрендә икенсе зат алмаштарын ҡулланмаҫҡа тырышалар. Исеме, йә вазифаһы буйынса ихтирамлы өндәшәләр, ә мөмкин булмаған осраҡта, диалог «ҡатнашыусыһы»на мөрәжәғәт итәләр. Шуның арҡаһында икенсе зат алмашын дөрөҫ һайлауҙа ҡыйынлыҡтар тыуыуы мөмкин.

Ҡайһы бер зат алмаштары
Зат ябай телмәр нейтраль-кеселекле телмәр ихтирамлы-кеселекле телмәр
беренсе (боку, ир-ат)
あたし (атаси, ҡатын-ҡыҙ)
(ватаси, ҡатын-ҡыҙ)
(орэ, ир-егет)
(ватаси) (ватакуси)
икенсе (кими)
お前 (омаэ)
貴方 (аната)
そちら (сотира)
貴方様 (аната-сама)
өсөнсө (карэ, ир-ат)
彼女 (канодзё, ҡатын-ҡыҙ)
あの人 (анохито), あの方 (аноката)

I зат алмаштары[13]:

  • (боку) — ир-егет, башлыса йәш, ир-егеттәр араһында үҙе тураһында, ябай һөйләү телмәре;
  • あたし (атаси) — ҡатын-ҡыҙ үҙе тураһында, ябай һөйләү телмәре;
  • (ватаси) — мин, универсаль нейтраль стиль;
  • (ватакуси) — мин, универсаль формаль стиль;
  • (орэ) — эгоцентрик ир-ат"мин"е, тупаҫ ябай һөйләү телмәре;
  • 私たち (ватакуси-тати, ватаситати) — күрһәтелгән уҡыуҙан сығып, "беҙ", формаль, йә нейтраль телмәр;
  • 私ども (ватакуси-домо) — беҙ, кеселекле ябай һөйләү телмәре һәм мәғлүмәти стиль.
  • うち (ути) — туранан-тура «миненң өйөм», «ғаиләм» тип тәржемә ителә, әммә кеселекле телмәрҙә «беҙ», «мин», «беҙҙең», «беҙҙә» тип тәржемә ителеүе мөмкин.
  • (варэ) — мин, архаик эгоцентрик форма.
  • 我々 (варэварэ) — «беҙ» алмашының декламацион формаһы, йыш ҡына хәрби-тарихи кинематографта, ир-ат телмәрендә дөйөм фекерҙе билдәләгәндә осрай.

II зат алмаштары[13]:

  • (кими) — һин, ябай һөйләү телмәре, яҡындарға һәм дуҫтарға мөрәжәғәт иткәндә, һәм шулай уҡ ирҙәр араһында үҙ-ара аралашҡанда[13]; Архаик «әфәнде» һүҙенән, атап әйткәндә, император адресына.
  • お前 (омаэ) — һин, тупаҫ ябай һөйләү телмәре (эй һин!). Һүҙмә-һүҙ «кем минең алдымда, шул» тип тәржемә ителә;
  • 手前 (тэмаэ) — һин, архаик вариант, ирҙәр ҡулланған омаэға ҡарағанда ла тупаҫыраҡ ябай һөйләү телмәре. Шул уҡ мәғәнәлә;
  • 貴様 (кисама) — һин, ирҙәр, бандиттар араһында ҡулланыла: мыҫҡыл итерлек ябай һөйләү телмәре;
  • 貴方 (аната) — һин, нейтраль телмәр; Йышыраҡ хәләл ефеткә ҡарата, һирәгерәк әңгәмәләшсегә ҡарата ҡулланыла.
  • そちら (сотира) — һеҙ (берлектә), ихтирамлы-кеселекле телмәр. Һүҙмә-һүҙ, «һеҙҙең яғығыҙ»;
  • 貴方様 (аната-сама) — һеҙ (берлектә), ихтирамлы-кеселекле телмәр. Һүҙмә-һүҙ «хөрмәтле һеҙ»;
  • 貴方達 (аната-тати) — һеҙ (күплектә), нейтраль телмәр;
  • 貴方方 (аната-гата) — һеҙ (күплектә), ихтирамлы-кеселекле телмәр. Башҡа варианты «һеҙҙең яғығыҙ».

III зат алмаштары:

  • (карэ) — ул (м.р.), ябай һөйләү телмәре;
  • 彼女 (канодзё) — ул (ж.р.), ябай һөйләү телмәре;
  • あの人 (анохито), あの方 (аноката) — ул (м.р.), ул (ж.р.), кеселекле телмәр;
  • 彼ら (карэра) — улар, ябай һөйләү телмәре;
  • あの人たち (анохито-тати) — улар, кеселекле телмәр.

Һорау алмаштары:

  • (дарэ) — кем?, ябай һөйләү телмәре;
  • 何方 (доната) — кем?, кеселекле телмәр.

Күрһәтеү алмаштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япон телендә күрһәтеү алмаштары алыҫлығының өс категорияһы бар:

  • こ- (ко-) тамырынан башланған алмаштар уның әңгәмләшсеһенә ҡарағанда һөйләүсегә яҡыныраҡ урынлашҡан бер нимәгә ҡарата, шулай уҡ хәҙер генә әйтелгәнде билдәләгәндә, йә һөйләшеү объектының әңгәмә барғанда шунда торған кеүек атмосферын булдырыу өсөн ҡулланыла;
  • そ- (со-) тамырына башланған алмаштар әңгәмәләшсегә яҡыныраҡ предметҡа йәки күренешкә, шулай уҡ, әйтелһә лә, әңгәмәләшсегә билдәле булмаған нимә тураһында һүҙ барғанда ҡулланыла;
  • あ- (а-) тамырына башланған алмаштар һөйләүсенән дә, әңгәмәләшсенән дә бер тигеҙ алыҫлыҡта булған, шулай уҡ әйтелгән һүҙҙең һөйләүсегә лә, әңгәмәләшсегә лә билдәле булған осраҡта ҡулланыла.

ど- (до-) тамыры ярҙамында ярашлы һорау алмаштары яһала.

Күрһәтеү алмаштары
こ- (ко-) そ- (со-) あ- (а-) ど- (до-)
-れ (-рэ) これ (корэ), был それ (сорэ), теге あれ (арэ), ана теге どれ (дорэ), нимә?
-の (-но) この (коно), был その (соно), теге あの (ано), ана теге どの (доно), ҡайһы? который?
-んな (-нна) こんな (конна), быныһы кеүек そんな (сонна), тегенеһе кеүек あんな (анна), ана тегенеһе кеүек どんな (донна), ниндәй?
-こ (-ко) ここ (коко), был урын, бында そこ (соко) теге урын, тегендә あそこ (асоко) ана теге урын, ана тегендә どこ (доко), ҡайҙа?
-ちら (-тира) こちら (котира) был вариант, бында そちら (сотира) быныһы, теге вариант, бвнда, тегендә あちら (атира) теге вариант, тегендә どちら (дотира), какой вариант? где?
-う (оҙайтыу) こう (ко:), шулай, был ысул менән そう (со:), шулай, бының менән, теге ысул менән ああ (а:), шулай, теге ысул менән どう (до:), нисек? ниндәй юл менән?

Япон телендә һандарҙың ике категорияһы — бөтә һандар ҙа ҡытай һандары менән бирелә, һәм ысын япон, аҙ ҡулланылған, һандар, фәҡәт 1—10 һәм 20 һандары өсөн ҡулланыла. Ҡытай һәм япон һандарының сағыштырмаса таблицаһы:

Һан 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 20
Ҡытай варианты (ити) (ни) (сан) (си) (го) (року) (сити) (хати) (ку, кю:) (дзю:) 二十 (нидзю:)
Япон варианты 一つ (хитоцу) 二つ (футацу) 三つ (мицу) 四つ (ёцу) 五つ (ицуцу) 六つ (муцу) 七つ (нанацу) 八つ (яцу) 九つ (коконоцу) (то:) 二十 (хатати)

Йәнле һөйләш телендә һаны өсөн (си) тип уҡыр урынына, йыш ҡына (си, үлем) иероглифына оҡшаған һүҙ килеп сыҡҡанлыҡтан, Кунъёми - кунный уҡыу (ён) ҡулланыла. Шул уҡ сәбәп менән һаны сити урынына йыш ҡына нана тип уҡыла.

Төркөмдәр барлыҡҡа килтерер өсөн түбәндәге һандар ҡулланыла: (дзю:, 10) — 二十 (нидзю:, 20), (хяку, 100) — 五百 (гохяку, 500), (сэн, 1000) — 九千 (кю: сэн, 9000), (ман, 10000) — 三万 (самман, 30000).

Япон һандарының кластары, рус телендәге кеүек, өс төркөмдән тормай, ә, дүрт төркөмдән тора. Шуның өсөн миллион японса: 百万 (хякуман), һүҙмә-һүҙ, «унар меңләп йөҙ» тигәнде аңлата. Һандарҙың юғары кластарын билдәләү өсөн (оку, йөҙ миллион), (тё:, триллион) һүҙҙәре ҡулланыла.

Үрҙә билдәләгәнсә, иероглифтарҙың онные һәм кунные уҡыуҙар бар. VI быуатта яҙма барлыҡҡа килгән осорҙа ҡытай теленән үҙләштерелмәгән ысын япон һүҙҙәре (ваго) (和語) төркөмөн, шул уҡ ваҡытта онный уҡыуға ҡараған үҙләштерелгән һүҙҙәр япон телендәге ҡытай төркөмөн (канго) (漢語) төркөмөн тәшкил итә.

онный уҡыуға ҡараған үҙләштерелгән һүҙҙәр ҡытаизмдар йәғни ваго төркөмө һүҙҙәре, ҡағиҙә булараҡ, бер иероглифик тамырға эйә: (сара, тәрилкә), 美しい (уцукусий, матур), 見える (миэру, күренергә), кунный уҡыуҙа:花火 (ханаби, фейерверк)уҡылған иероглифтар ойоштормаһынан тороуы мөмкин.

Слова из группы Канго төркөмөнән булған һүҙҙәр, онный уҡыуҙа әйтелгән берәмек иероглифтар булһа ла, (хон, китап), (сё, яҙыу , китап), 禁じる (киндзиру, тыйырға), ҡағиҙә булараҡ, күп тамырлылар (бер нисә иероглифтан тора).

Ҡытай һәм япон телдәрендә ҡайһы бер ҡатмарлы һүҙҙәр бер төрлө яҙыла һәм оҡшаш мәғәнәгә эйә: 教室 (кё: сицу, ҡыт. jiàoshì/цзяоши, аудитория), 同志 (до: си, ҡыт. tóngzhì/тунчжи, иптәш), 学生 (гакусэй, ҡыт. xuésheng/сюэшэн, студент). Ҡатмарлы һүҙҙәргә төрлө моделдәр ҡулланыла. Бына иң күп таралғандары:

  • аныҡлаусы + аныҡланыусы: 石炭 (сэкитан, таш күмер, , сэкиҙан — таш тигән мәғәнәгә эйә иероглифтан (артабан — бары тире генә) һәм , тан — күмер), 鉄道 (тэцудо:, тимер юл, , тэцуҙан — тимер һәм , до: — юл), 戦場 (сэндзё:, алыш яланы, , сэндан — яу , дзё: — урын);
  • эш-хәрәкәт + объект: 製図 (сэйдзу, һыҙма, , сэйҙан — башҡарырға, эшләргә һәм , дзу — схема, график), 帰国 (кикоку, тыуған илгә әйләнеп ҡайтырға, , киҙан — әйләнеп ҡайтырға һәм , коку — ил, тыуған ил);
  • синоним тамырҙарҙы ҡушыуҙан: 製造 (сэйдзо:, әҙерләргә, , сэйҙан — әҙерләргә һәм , дзо: — әҙерләргә)
  • антонимик тамырҙарҙы ҡушыу: 長短 (тё: тан, оҙонлоҡ, , тё:нан — оҙон һәм , тан — ҡыҫҡа).

Булған һүҙҙәргә яңы һүҙҙәр яһаусы аффикстар ҡушылыуы мөмкин:

  • - (-гаку), фәндәр атамалары өсөн: 言語 (гэнго, тел) — 言語学 (гэнгогаку, лингвистика), 地理 (тири, Ер шары) — 地理学 (тиригаку, география);
  • - (-кэй), үлсәү приборҙарын атау өсөн: 気圧 (киацу, атмосфера баҫымы) — 気圧計 (киацукэй, барометр);
  • - (-сё, -дзё), учреждениелар атамалары өсөн: 裁判 (сайбан, суд (процесс) — 裁判所 (сайбансё, суд (учреждение).

Япон телендә үҙләштермәләрҙең, бигерәк тә инглиз теленән, ҙур пласты бар. Был һүҙҙәр инглиз теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең фәҡәт уҡылышын ғына, әммә яҙылышын түгел, ҡабатлайҙар: ジュース (дзю: су, һут, ингл. juice [dʒu: s]), ワイフ (вайфу, ҡатын, ингл. wife [waɪf]), センター (сэнта:, үҙәк, ингл. center ['sɛntə]).

Япон телмәрендә теге йәки был грамматик һәм лексик сараларҙы ҡылыҡһырлаған стилистик төрҙәр бар. Бына иң киң ҡулланылған телмәр стилдәре:

  • кеселекле һөйләү телмәре стиле. Ике төрө бар:
  • нейтраль-кеселекле телмәр. です (дэсу) связкаһы ҡулланыла һәм ҡылым хәбәр һөйкәлешендә -ます (-масу) суффиксы менән һәм унан яһалған суффикстар менән биҙәлә;
  • ихтирамлы-кеселекле телмәр. Нейтраль-кеселекле телмәрҙең үҙенсәлектәренән башҡа өҫтәлмә үҙенсәлектәре лә бар: ございます (годзаймасу), お願いします (о-нэгай-симасу) ярҙамсы ҡылыдарын ҡулланыу; おNです (о-N-дэсу), おNになります (о-N-ни наримасу), おNなさいます (о-N-насаймасу), N — II нигеҙ ҡылымы, II, III заттар эш-хәрәкәтен сағылдырған, һәм おNします (о-N-симасу), おNいたします (о-N-итасимасу) I заттың эш-хәрәкәтен сағылдырыусы оҡшаш конструкцияларын ҡулланыу; был стилгә хас зат алмаштарын ҡулланыу (ҡара: Зат алмаштары бүлеген); сит кешеләрҙе билдәләү өсөн айырым туғанлыҡ терминдарын ҡулланыу: (тити, минең атайым) — お父さん (ото: сан, Һеҙҙең, уныҡы, уның (ж.р.) атаһы), (цума, минең ҡатыным) — 奥さん (окусан, Һеҙҙең, уның (м.р.) хәләл ефете); 2-се, 3-сө заттарҙа ҡулланылған ҡылымдар: する (суру) なさう урынына (насау, эшләргә), 食べる (табэру) урынына めしあがる (мэсиагару, ашарға), 見る (миру) һәм 読む (ёму) ご覧になる урынына (горан-ни нару, ҡарарға, уҡырға); I затта ҡулланылған ҡылымдар: 言う (иу), いただく (итадаку, ашарға, эсергә), 食べる (табэру) һәм 飲む (ному) урынына 申す (мо: су, һөйләргә);
  • ябай һөйләү телмәре. Үҙенсәлектәре: исем-хәбәрҙәр артынан です (дэсу) урынына だ (да) связкаһын ҡулланыу йә ул бәйләүсенең связканың булмауы; предикатив сифаттарсвязка менән ҡулланылмай; кире ҡағыуҙы аңлатҡан ябай формаларҙағы ҡылымдар (хәҙерге-киләсәк ваҡытҡа III нигеҙ, -ない (-найға тамамланған форма), үткән заманды билдәләүсе үткән заман формаһындағы ҡылым); 1-се һәм 2-се (ә ҡайһы берҙә 3-сө заттың) эш-хәрәкәтен сғылдырыуҙа айырманың булмауы; ябыу заключительных киҫәксәләренең частиц мул булыуы; һүҙҙәрҙе тарттырыу стяжение: 読んでいる (ёндэ иру) > 読んでる (ёндэру), 書いておく (кайтэ оку) > 書いとく (кайтоку). Тиң мөмкинлектәре, яҡын, туғанлыҡ йә иптәштәрсә мөнәсәбәттә булған кешеләр, шулай уҡ, кеселәргә ҡарата йәш буйынса өлкәнерәк һәм социаль кимәле юғарыраҡ хәлдәге кешеләр тарафынан ҡулланыла;
  • мәғлүмәти стиль. Фәнни, техник мәҡәләләрҙә, патенттарҙа, белешмәләрҙә, некоторых реклама проспекттапында ҡулланыла. Ябай ҡылым формалары, です (дэсу) урынына である (дэ ару) бәйләүсеһе связкаһы ҡулланыла. Үҙенсәлекле һыҙаттары - махсус терминдарға бай булыуы насыщенность, формулировкаларының ҡыҫҡалығы лаконичность, төгәллеге точность, ҡайһы бер грамматик конструкцияларҙың йыш ҡабатланыуы, отсутствие эмоциональ хис-тойғоноң булмауы, образлы һөйләмдәрҙең сикләүле һәм дөйөм ҡулланыш общеобиходный лексикаһының ҡулланылыуы. Япон һүҙҙәре ваго (төп япон һүҙҙәре) төркөмөнән был стилдә һирәк ҡулланыла, кангоға (онный, йәғни ҡытай уҡыулы һүҙҙәрҙән) һәм гайрайгоға (сит ил һүҙҙәренә) төп урын бирелә;
  • әҙәби-нәфис стиль. Грамматик яҡтан был стиль йәнле телмәр һөйләшенә яҡын: ҡылымдың ябай ҡылым формаларын һәм だ (да) бәйләүесен связкаһын ҡушыу.

Япон телен өйрәнеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Иероглиф һыҙыҡтарын яҙыу тәртибе
  • Япон теленең ҙур һүҙлеге
  • Википедия:Япон теле
  • Һөйләшеүселәр һаны буйынса телдәр исемлеге
  • Телдәрҙең Интернетта ҡулланылышы
  • Киң таралған телдәр исемлеге
  • Алтай телдәре
  • Япония
  1. Японияла дәүләт теле статусы Конституцияла, ҡанундарҙа теркәлмәгән
  2. Лингвистический энциклопедический словарь / Под ред. Ярцевой, В. Н.. — М: Советская энциклопедия, 1990. — 682 с. — ISBN 5-85270-031-2.
  3. А. Ю. Иванов. «Влияние корейского языка на процесс формирования японского языка»
  4. Старостин С. А. Алтайская проблема и происхождение японского языка / Институт востоковедения АН СССР. — М.: Наука, 1991.
  5. Masayoshi Shibatani. Japanese language (ингл.). Британская энциклопедия. Дата обращения: 3 август 2016. Ҡалып:Платная подписка
  6. Маевский Е. В. Графическая стилистика японского языка. М., 2000. С. 139—143
  7. Стругова Е. В., Шефтелевич Н. С. Читаем, пишем, говорим по-японски, Т. 1, стр. 159, 164
  8. Л. Т. Нечаева. «Японский язык для начинающих», Московский лицей, 2001. с. 57
  9. Японский язык для начинающих. Учебник. Часть 1/Нечаева Л. Т. — М.: Московский Лицей, 2001. — 344 с.; урок 10, §§ 1—4.
  10. 行く (ику, юку, «барырға») ҡылымы хәл ҡылымын һәм үткән заманды башҡа I спряжение ҡылымдары кеүек яһамай. См. Японский язык для начинающих. Учебник. Часть 1/Нечаева Л. Т. — М.: Московский Лицей, 2001. — 344 с.; урок 10, §§ 1—4, с. 119—121; урок 17, § 1, с. 278; урок 18, § 1, с. 300—301.
  11. Все о японском языке
  12. Все о японском языке
  13. 13,0 13,1 13,2 Япон теле — аудиодәрестәр. Башлап өйрәнеүселәрҙең «Себер-Хоккайдо» мәҙәни үҙәге. — I зат (19:32 — 22:13), II зат (22:13 — 25:25), исем суффикстары (25:25 — 28:00). Дата обращения: 22 ноябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 19 февраль архивланған.
  • Сыромятников Н. А. Древнеяпонский язык. — М., 1972.
  • Алпатов В. М. Япония: язык и общество. — М.: Муравей, 2003.
  • Язык // В стране восходящего солнца : Очерки и заметки о Японии / [Соч.] Григория де-Воллана. — 2-е испр. и доп. изд. — Санкт-Петербург ; Москва : т-во М. О. Вольф, 1906 (Санкт-Петербург). — [4], 566, V с. : фронт. (портр.), ил.; 22.
  • Эрико Сато. Японский язык для чайников, 2-е издание = Japanese For Dummies, 2nd Edition. — М.: «Диалектика», 2013. — 384 с. — ISBN 978-5-8459-1880-2.
  • Эрико Сато. Разговорный японский для чайников. — М.: «Диалектика», 2014. — 400 с. — ISBN 978-5-8459-1884-0.
  • Стругова Е. В., Шефтелевич Н. С. Читаем, пишем, говорим по-японски — М. : Восточная книга, 2016. — Т. 1, 2. — 624 с. — ISBN 978-5-7873-0885-3.
  • Лаврентьев Б. П. Самоучитель японского языка. — М., 1992.
  • Akamatsu, Tsutomu. Japanese phonology: A functional approach. — München: LINCOM EUROPA, 2000. — ISBN 3-89586-544-3.
  • Фельдман-Конрад Н. И. Японско-русский словарь иероглифов. — М., 1977.
  • Фельдман-Конрад Н. И., Цын М. С. Учебник научно-технического перевода. Японский язык. — М., 1979.
  • Bloch, Bernard. Studies in colloquial Japanese IV: Phonemics // Language. — 1950. — Vol. 26. — P. 86—125.
  • 新日本語の基礎. Association for Overseas Technical Scholarship (AOTS)
  • Материалы по японскому языку (ингл.). Архивировано 27 июнь 2012 года. 2012 йыл 7 август архивланған.  (Тикшерелеү көнө: 26 июнь 2012)
  • Материалы по японской письменности. Архивировано 22 август 2011 года.  (Тикшерелеү көнө: 26 июнь 2012)
  • Материалы по фонетике и грамматике японского языка. Архивировано 22 август 2011 года. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.  (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2010)
Википедия
Википедия


Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.