iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.
iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.



Link to original content: https://ba.wikipedia.org/wiki/Якутяндар
Якутяндар — Википедия Эстәлеккә күсергә

Якутяндар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Якутяндар (Лена крәҫтиәндәре)
Үҙ атамаһы

урыҫтар, якутяндар, старожилы, казактар

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 49 человек,в том числе: 46 чел. — якутяне, 3 чел. — ленские старожилы (перепись 2002 года)[1][2][3]
Рәсәй флагы Рәсәй

Тел

урыҫ

Дин

православие

Халыҡ

урыҫтар

Килеп сығышы

урыҫтар, сахалар

Якутяндар (Лена крәҫтиәндәре, Ленала борондан йәшәгәндәр) — урыҫтарҙың этнографик төркөмө. Себерҙәге тәүге күскенселәр вариҫтары, улар унда XVIII быуатта барып сыҡҡандар һәм сахалар (яҡуттар) менән ҡатнашҡандар.

Якутяндарҙың формалаша башлауы XVIII быуаттың 70-се йылдарына тап килә, нәҡ ошо ваҡытта урыҫ крәҫтиәндәре һәм ямсыларының ҙур булмаған төркөмдәре (Илим һәм Иркутск күскенселәре, улар, үҙ сиратында, Европа Төньяғынан һәм Төньяҡ Урал алдынан күсеп килгәндәр) Лена йылғаһы буйлап, уның үрге һәм урта ағымында, төпләнә башлайҙар. Урындағы халыҡ менән ҡушылып, (XIX быуаттың башында уҡ «атаһы яғынан урыҫ булыуға ҡарағанда әсәһе яғынан күберәк яҡуттар булған»), урыҫ (Яҡут һәм Олекма округтары) крәҫтиәндәре яйлап үҙ мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалталар һәм яҡут мәҙәниәтен үҙләштерәләр, XIX быуаттың аҙағында уларҙың яртыһы хатта урыҫса һөйләшмәй. XX быуатта урыҫ халҡы күпләп килеүе арҡаһында субэтноста яҡут компоненты бер аҙ кәмей. Ғәҙәттә, урыҫтар яҡуттар менән аралашып, ямсы ауылдарында төпләнәләр.

Лена крәҫтиәндәре шулай уҡ Себер төньяҡ-көнсығышы урыҫтарының башҡа төркөмдәренең формалашыуында ла ҡатнашалар. XVIII быуаттан урыҫтарҙың икенсе тулҡыны төркөмдәре билдәле — анадырҙар, гижигандар, камчадалдар. XIX быуатта Якутия урыҫтары араһында усть-оленек, усть-ян, верхоян, русскоустьин (индигирсылар, русскоустьиндар), усть-елон һәм колыма кешеләре айырылып тора. Улар араһынан усть-ян һәм усть-оленектар яҡуттар һәм эвенктар тарафынан ассимилияцияланған, ә русскоустьиндар һәм колымалар үҙ телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған үҙенә башҡа урыҫ төркөмдәрен булдыралар[4].

Әлеге ваҡытта якутяндар (Яҡутстандың Якутск, Олекма һәм Хангалас улустары районындағы ауыл халҡы) XX быуаттағы урыҫ күскенселәре тарафынан тулыһынса ассимиляцияланған тиерлек, якутяндарҙың күпселеге саха телен белә, шул уҡ ваҡытта йыш ҡына туған теле булараҡ урыҫ телен һайламайҙар, көндәлек тормошта ҡайһы берҙә ҡатнаш тел һәм төньяҡ урыҫ һөйләштәрҙең үҙенсәлектәрен ҡулланалар. Башҡа урыҫ төркөмдәренән күҙгә күренгән айырмалыҡтары юҡ. Үҙаңдары башлыса урыҫ, бер өлөшө үҙҙәрен Яҡут казак полкы вариҫтары тип һанай. Якутиялағы урыҫтар Лена крәҫтиәндәренең вариҫтарын сахалар (саха — яҡуттарҙың үҙенә биргән исеме), һуңғы ваҡытта сахалар тип ҡатнаш никахҡа ингән урыҫтарҙы, украиндарҙы һәм башҡа милләт вәкилдәрен дә исемләйҙәр. Якутяндар этнохоронимы менән хәҙерге ваҡытта, этник сығышын иҫәпкә алмайынса, Яҡутстандың бөтә халҡын йәки Якутск ҡалаһының халҡын исемләйҙәр[5]. Бөтә урындағы киң мәғлүмәт сараларында «Яҡутстан халҡы» «якутяндар» мәғәнәһенә тап килә[6][7].

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт статистика комитетының 2002 йылдың 2 сентябрендәге 171-се һанлы ҡарары ярашлы Рәсәй телдәре һәм милләттәренең алфавит тәртибендәге исемлегенә (Рәсәй Федерацияһының фәндәр академияһы этнология институты тарафынан төҙөлгән) якутяндар һәм Ленала борондан йәшәгән кешеләре индерелгән[8]. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡыттында якутяндар тип үҙҙәрен 46 кеше таный, ә Ленала борондан йәшәгән кешеләр тип — 3 кеше[1].

  • Тундраланған крәҫтиәндәр
  1. 1,0 1,1 Перечень вариантов самоопределения национальностей в переписи 2002 года
  2. Перечень вариантов самоопределения национальностей в переписи 2002 года. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 15 февраль 2018.
  3. Народы России с самоопределениями по переписи 2002 года. Всероссийская перепись населения 2002 года. 2016 йыл 29 февраль архивланған.
  4. Русские. Монография Института этнологии и антропологии РАН. www.booksite.ru. Дата обращения: 15 февраль 2018.
  5. Русский орфографический словарь / Российская академия наук. Институт русского языка им. В. В. Виноградова. — 2-е изд., испр. и доп.. — М., 2004.
  6. Республиканская премия "Якутянин года 2009". 2009.ykt.ru. Дата обращения: 15 февраль 2018. 2016 йыл 22 апрель архивланған.
  7. Якутяне отмечают национальный праздник Ысыах  (рус.), РИА Новости (27 июнь 2009). 15 февраль 2018 тикшерелгән.
  8. АЛФАВИТНЫЙ ПЕРЕЧЕНЬ НАЦИОНАЛЬНОСТЕЙ И ЭТНИЧЕСКИХ НАИМЕНОВАНИЙ. www.demoscope.ru. Дата обращения: 15 февраль 2018.
  • Гурвич И. С. Этническая история Северо-Востока Сибири. М., 1966
  • Зензинов В. И. Старинные люди у холодного океана: Русское Устье Якутской области. Верхоянского округа. М., 1914
  • Майнов И. М. Помесь русских с якутами // Рус. антропол, журн. 1900. № 4.
  • Озерова Г. Н., Петрова Т. М. О картографировании групп русского народа на начало XX века // Советская этнография. — 1979. — № 4.
  • Русские старожилы Сибири: Историко-антропологические очерки, — М.: Наука, 1973