iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.
iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.



Link to original content: https://ba.wikipedia.org/wiki/Марс
Марс — Википедия Эстәлеккә күсергә

Марс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марс

2001 йылдың 26 июнендә «Хаббл» телескобы төшөргән рәсем
Орбита характеристикалары
Перигелий

2,06655·108 км[1][2]
1,381 а. б.[1]

Афелий

2,49232·108 км[1]
1,666 а. б.[1]

Ҙур ярымкүсәр (a)

2,2794382·108 км[1][2]
1,523662 а. б.[1]
1,524 ер[1]

Орбитаның эксцентриситеты (e)

0,0933941[1][2]

Әйләнеүҙең сидерик периоды

(йыл оҙонлоғо)
686,98 ер көнө
1,8808476 ер йылы[1][2]

Әйләнеүҙең Синодик периоды

779,94 дней[2]

Орбита тиҙлеге (v)

24,13 км/с (уртаса)[2]
24,077 км/с[1]

Ауышлығы (i)

1,85061° (эклиптика яҫылығына ҡарата)[2]
5,65° (Ҡояш экваторына ҡарата)

Долгота восходящего узла (Ω)

49,57854°

Перицентр аргументы (ω)

286,46230°

Юлдаштары

2 (Фобос һәм Деймос)

Физик характеристикалар
Поляр ҡыҫылышы

0,00589

Экватор радиусы

3396,2 км[3][4]

Поляр радиусы

3376,2 км[3][4]

Уртаса радиус

3,3895·103 км[1][2]
0,5320 земного

Өҫлөк майҙаны (S)

144 371 391 км² (0,283 ер)[1]

Күләме (V)

1,63116·1011 км³[1][2]
0,151 земных

Массаһы (m)

0,64185·1024 кг[1][2]
0,107 земных

Уртаса тығыҙлығы (ρ)

3933 кг/м³[1][2]
0,714 земной

Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g)

3,711 м/с²
0,378 g[1]

Икенсе космик тиҙлек (v2)

5,03 км/с
0,45 ер[1][2]

Экваторҙа әйләнеү тиҙлеге

868,22 км/ч

Әйләнеү периоды (T)

24 часа 37 минут и 22,663 секунды[1] (24,6229 ч) — сидерический период вращения,
24 часа 39 минут и 35,244 секунды (24,6597 ч) — длительность средних солнечных суток.[5]

Күсәр ауышлығы

25,1919°[5]

Прямое восхождение северного полюса (α)

317,681[2]

Төньяҡ полюс ауышлығы (δ)

52,887[2]

Альбедо

0,250 (Бонд)[2]
0,150 (геом.альбедо) 0,170[2]

Температура
 
мин. сред. макс.
по всей планете
186 К;
−87 °C[1]
210 K
(-63 °C)[2]
268 К;
−5 °C[1]
Атмосфера[2]
Атмосфера баҫымы

0,4-0,87 кПа (4·10-3-8,7·10-3 атм)

Состав:

95,32 % угл. газ[2]

2,7 % азот
1,6 % аргон
0,13 % кислород
0,08 % угар газ
0,021 % һыу пары пар
0,01 % Азот оксиды(II)

Марс (символы: ♂) — Ҡояш системаһындағы дүртенсе планета, Ерҙең тышҡы күршеһе. Ҙурлығы буйынса етенсе, бәләкәйлеге буйынса икенсе планета. Боронғо Рим мифологияһындағы һуғыш аллаһы Марс хөрмәтенә аталған. Өҫтө ҡыҙыл тимер окисы (III) менән ҡапланғанлыҡтан «Ҡыҙыл планета» тип тә атайҙар.

Марс — һирәк атмосфералы Ер группаһында планета. Марс планетаһының үҙенсәлектәре: Айҙағы кеүек үҙәндәр, вулкандар, бәрелеүҙән барлыҡҡа килгән кратерҙар; Ерҙәге кеүек сүллек, поляр шапкалар бар. Олимп тауы исемле һүнгән вулкан — Ҡояш системаһындағы иң бейек тау, ә Маринер үҙәне иң тәрән каньон. Ер группаһына оҡшашлығына өҫтәп әйтергә була, Марстың әләнеү периоды Ерҙеке кеүек, тип уның климаты һалҡын һәм ҡоро.

Маринер-4 (ингл. «Mariner 4») космос аппараты Марсҡа төшкәнгә тиклем тикшереүселәр планетала шыйыҡ хәлдә һыу бар тип иҫәпләй ине. Был фекер планетала яҡты урындар ҡараңғы урындар менән алышыныуы менән нигеҙләнгән ине. Поляр киңлектә континент һәм диңгеҙҙәр кеүек күренә ине. Планета өҫтөндәге бураҙналар һүғарыу каналдары кеүек күренә ине. Һуңыраҡ бындай каналдар бөтөнлә булмауы иҫбат ителде. Һауа баҫымы бик түбән булғанға һыу ирекле хәлдә булыуы мөмкин түгел.

Марстың ике тәбиғи юлдашы Фобос һәм Деймос (боронғо грек мифологияһындағы Арестың улдары исеменән, «ҡурҡыныс» һәм «ҡот осҡос» тигәнде аңлата).

Атмосфера һәм климат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Экваторҙа температура төш ваҡытында +30 °C тирәһе, төн уртаһында −80 °C. Полюстарға яҡын −123 °C тиклем төшә. Марс атмосфераһы углекислый газдан тора һәм бик һирәк. Атмосфера баҫымы Ерҙәгенән 160 тапҡыр түбәнерәк, уртаса 6,1 мбар. Ҡасандыр, бик күптән, Марс атмосфераһы тығыҙ, ә климаты йылы һәм дымлы булған, планетала шыйыҡ хәлдә һыу булған һәм ямғырҙар яуған, тигән фекерҙәр бар. Атмосфера 95 % углекислый газдан, 2,7 % азоттан, 1,6 % аргондан, 0,13 % кислородтан, 0,1 % һыу парынан, 0,07 % угар газдан тора. Марс ионосфераһы 110—130 км бейеклеккә етә.

«Марс экспресс» космос аппараты тикшереүе буйынса атмосферала метан булыуы асылған. Марс шарттарында был газ бик тиҙ тарҡала, шуға күрә даими газ сығанағы булырға тейеш. Был сығанаҡ вулкандан, йәки бактериялар эшмәкәрлегенән.

Уңышлы миссиялар (тамамланғандар)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өлөшләтә уңышлы миссиялар (тамамланғандар)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Совет Социалистик Республикалар Союзы Марс-1 — 1962 йыл. Тәү тапҡыр Ер һәм Марс орбиталары араһындағы йыһан арауығының физик үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәттәр алынған һәм анализланған. 1963 йылдың 21 мартында, Ерҙән 108 млн км алыҫлыҡта булғанда зонд менән радиобәйләнеш юғала.[6]
  • Совет Социалистик Республикалар Союзы Марс-2. 1971 йылдың 19 майында осоролған. 1971 йылдың 27 ноябрендә кеше ҡулы менән эшләнгән объект беренсе тапҡыр Марс йөҙөнә алып барып еткерелә (Ҡаты килеп төшөү, аппарат марс йөҙөнә бәрелеп ҡыйрала).
  • Совет Социалистик Республикалар Союзы Марс-3. 1971 йылдың 28 майында осоролған. 1971 йылдың 2 декабрендә Марс йөҙөнә космоноавтика тарихында беренсе еңел ултырыу башҡарыла. Тик ултырыу модуле менән бәйләнеш 14.5 секундтан һуң юғала. Уға ҡарамаҫтан АПС «Марс-3» орбита модуле эшләүен дауам итә (1972 йылдың 23 авгусына тиклем).
  • Совет Социалистик Республикалар Союзы Марс-4 — 1974 йыл. Үтеп барышлай Марс йөҙөнөң 12 фотоһы төшөрөлә (туҡтау двигателдәре эшләмәй).
  • Совет Социалистик Республикалар Союзы Марс-5 — 1974 йылдың 12 феврале. Марс орбитаһына сыға, йөҙ фотолары төшөрөлә (14 көн эшләгәндән һуң йыһаздар бүлегенең герметиклығы боҙола).
  • Совет Социалистик Республикалар Союзы Марс-6 — 1974 йылдың 12 марты. Аппарат марс йөҙөнә барып етә (ултырыуҙан һуң бәйләнеш юғала).
  • Совет Социалистик Республикалар Союзы АПС «Фобос-2» — 1988 йыл. Марс орбитаһына сыға, Марс йөҙө фотолары һәм башҡа мәғлүмәттәр алына. Фобос менән яҡынлашҡандан һуң бәйләнеш юғала.

Уңышһыҙ тамамланған миссиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағымдағы миссиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марс орбитаһында өс эшләүсе АПС бар:

Планета йөҙөндә эшләгән марсйөрөрҙәр:

Марс планетаһын үҙләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Планетала махсус ҡоролмалар һәм эскафандрҙарһыҙ тын алыу мөмкинлеге булмауын иҫәпкә алып, кешеләрҙе үлемгә ебәреү бер аҙ аҡылһыҙ буласаҡ. Иң яҡшыһы-тулыһынса автоматлаштырылған машиналар һәм роботтар, уларҙың һөҙөмтәлелеге автоматлаштырылған космодромдар төҙөүҙә, Бөтә Ҡояш системаһын үҙләштереү һәм кешелекте тағы ла алға ебәреү өсөн автоматлаштырылған йыһан аппараттары төҙөүҙә автоматлаштырылған заводтар төҙөүҙә юғарыраҡ.

Шулай итеп, Марс бөтә Ҡояш системаһын үҙләштереү һәм башҡа йондоҙҙарҙы, йондоҙ системаларын һәм Галактиканы танып белеү өсөн киләсәк йыһан миссиялары өсөн төп йыһан базаһы була ала.

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 Mars: Facts & Figures. NASA. Дата обращения: 6 март 2007. Архивировано 4 август 2011 года. 2003 йыл 27 ғинуар архивланған.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; nssdc төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  3. 3,0 3,1 Seidelmann, P. Kenneth; Archinal, B. A.; A’hearn, M. F.; et al. (2007). «Report of the IAU/IAGWorking Group on cartographic coordinates and rotational elements: 2006». Celestial Mechanics and Dynamical Astronomy 90: 155-180. DOI:10.1007/s10569-007-9072-y. Проверено 2007-08-28.
  4. 4,0 4,1 Согласно наиболее приближённой к реальной поверхности планеты модели эллипсоида
  5. 5,0 5,1 M. Allison, M. McEwen. A post-Pathfinder evaluation of areocentric solar coordinates with improved timing recipes for Mars seasonal/diurnal climate studies // Planet. Space Sci., 48, 215—235, 2000. DOI:10.1016/S0032-0633(99)00092-6
  6. ФЕДЕРАЛЬНОЕ КОСМИЧЕСКОЕ АГЕНТСТВО (РОСКОСМОС)| Новости(недоступная ссылка)
  • Бурба Г. А. Номенклатура деталей рельефа Марса. — М.: Наука, 1981. — 85 с. — 1000 экз.
  • Владимир Сурдин. Марс: Великое противостояние. — М.: Физматлит, 2004. — 240 с. — ISBN 5-9221-0454-3
  • И. А. Комаров, В. С. Исаев. Криология Марса и других планет солнечной системы. — М.: Научный мир, 2010. — 296 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-91522-138-2