iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.
iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.



Link to original content: https://ba.wikipedia.org/wiki/Лу_Синь
Лу Синь — Википедия Эстәлеккә күсергә

Лу Синь

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лу Синь
ҡыт. 魯迅
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Цин империяһы
 Ҡытай Республикаһы[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме ҡыт. 周樹人
Хөрмәтле исеме 豫山 һәм 豫亭
Псевдоним Lu Xun, 豫才, 豫山 һәм 豫亭
Кана әлифбаһында исеме ろ じん[4] һәм ルー・シュン
Тыуған көнө 25 сентябрь 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[5][6][7][…]
Тыуған урыны Шаосин[d], Ҡытай[8]
Вафат булған көнө 19 октябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[8][2][5][…] (55 йәш)
Вафат булған урыны Шанхай, Ҡытай Республикаһы[d][8]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Атаһы Zhou Boyi[d]
Бер туғандары Чжоу Цзожэнь[d] һәм Zhou Jianren[d]
Хәләл ефете Zhu An[d] һәм Xu Guangping[d]
Внебрачный партнёр Xu Guangping[d]
Балалары Zhou Haiying[d]
Туған тел Ҡытай теле
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә, Ҡытай теле һәм Япон теле
Һөнәр төрө эссеист, шағир, әҙәби тәнҡитсе, Эсперантсы, тәржемәсе, романист, тәнҡитсе, яҙыусы, новеллист
Эш урыны Пекин университеты
Уҡыу йорто Университет Тохоку[d]
Институт Кобун[d]
Sendai Medical College[d]
Сәнғәт йүнәлеше Движение за новую культуру[d]
Ойошма ағзаһы Лига левых писателей Китая[d]
Жанр эссе[d] һәм хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Lu Xun
 Лу Синь Викимилектә

Лу Синь (ҡыт. трад. 魯迅, упр. 鲁迅, пиньинь: Lǔ Xùn, палл.: Лу Сюнь, исемен диалектҡа ярашлы уҡыу — Синь; 25 сентябрь 1881 йыл — 19 октябрь 1936 йыл), төп исеме Чжоу Шужэнь (ҡыт. 周树人) — Ҡытай Халыҡ Республикаһы яҙыусыһы, XX быуаттың тәүге яртыһы әҙәбиәтенә һәм Ҡытайҙағы ижтимағи-сәйәси фекер үҙешенә ҙур йоғонто яһаусы. Хәҙерге заман ҡытай әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы тип һанала. Иң билдәле әҫәрҙәре: «Подлинная история А-Кью[en]», «Дневник сумасшедшего[en]». Неоконфуцианлыҡҡа нигеҙ һалыусы Чжоу Дуньяның 32-се быуын вариҫыref>清光绪三年修木活字本《越城周氏支谱》,上海图书馆</ref>.

Чжэцзян провинцаһияның Шаосин ҡалаһында тыуған. Тыуған саҡтағы исеме Чжоу Чжаншоу булған, һуңынан уны Чжоу Юцай тип үҙгәртә, ахыр сиктә ул үҙен Чжоу Шужэнь (樹人) тип йөрөтә башлай.

Чжоуҙарҙың ғаиләһы бик уҡымышлы була, уның атаһы яғынан олатаһы Чжоу Фуцин (周福清) Ханьлинь Академияһында ярайһы уҡ ҙур вазифа биләгән, уның әсәһе уҡырға үҙ аллы өйрәнгән. Әммә Чжоу Фуцин үҙенең улы, Лу Синдең атаһы, Чжоу Бои өсөн академияла кабинет биләргә маташҡанда, уны ришүәтселектә ғәйепләйҙәр һәм ғаилә ауыр хәлдә тороп ҡала. Чжоу Фуцинды ҡулға алалар, һәм ул башын киҫтереү язаһына хөкөм ителә яҙа. Чжоу Шужэнде ғаиләнең өлкән хеҙмәтсеһе А Чан тәрбиәгә ала, уны Лу Синь Чан Ма тип атап йөрөтә. Лу Синдең ҡустыһы Чжоу Цзожэнь[en] яҙыусы һәм тәржемәсе булып таныла. Лу Синдең бала саҡтағы яратҡан китабы — ул «Диңгеҙҙәр һәм океандар классикаһы»

Атаһының хроник туберкулез менән яфаланыуы һәм ошо ауырыу арҡаһында бик иртә вафат булыуы Лу Синде медицинаны өйрәнеүгә этәрә. Традицион ҡытай медицинаһын ҡулланған бик күп шарлатандарҙың атаһына бер нисек тә ярҙам итмәүен күреп, Лу Синь уның буйынса эшләүҙән баш тарта. Шуға күрә ул 1904 йылда Японияның Сэндай ҡалаһына барып уҡырға һәм көнбайыш медицинаһы буйынса ғилми дәрәжәгә эйә булырға ҡарар итә. .

Лу Синь йәш сағында

1898—1899 йылдарҙа Лу Синь Цзяннань хәрби-диңгеҙ академияһында (江南水師學堂) белем ала, артабан Цзяннань хәрби академияһының (江南陸師學堂)Тау эше һәм тимер юлдар мәктәбенә (礦路學堂) күсерелә. Бында ул беренсе тапҡыр көнбайыш белеме һәм фәне менән таныша, немец һәм инглиз телдәрен үҙләштерә, сит телдәрҙә фәнни һәм әҙәби китаптар уҡый.

1902 йылда хөкүмәттең стипендиаль программаһы буйынса Лу Синь Япония империяһына ебәрелә. Кобун институтына — Япония университетына уҡырға инеүсе ҡытай студенттары өсөн әҙерлек мәктәбендә уҡый. Унда уҡыған мәлендә, ул классик ҡытай телендә яҙылған үҙенең тәүге эссеһын ижад итә, джиу-джитс менән шөғөлләнә.

1903 йылда ул Ҡытайға әйләнеп ҡайта һәм алдан килешелгәнгә ярашлы, бер ниндәй белеме булмаған ҡыҙ менән никахлаша, ҡатынының ғаиләһе әллә ни билдәле ҡатлам кешеләренән иҫәпләнмәй. Ихтимал, Лу Синь уның менән никахҡа инмәгән дә булыр ине, әммә ул ғүмер буйы уның матди хәлен ҡайғыртып йәшәй.

Лу Синь 1904 йылда Сэндай медицина академияһына уҡырға инә һәм беренсе сит ил студенты булып китә. Үҙенең уҡытыусыһы һәм остазы — Фудзино Гэнкуро менән бик яҡшы мөнәсәбәттә була; Лу Синь был кешегә ҡарата хөрмәтен үҙенең «Фудзино әфәнде» тигән эссеһында, «Эңерҙә өҙөлгән таңғы сәскәләр» исемле мемуарында күрһәтә (Фудзино иһә уға булған ихтирамын эссела сағылдыра, был эссе 1937 йылда Лу Синға некролог рәүешендә яҙыла).

Әммә 1906 йылдың мартында Лу Синь, көтөлмәгәнсә уҡыуын туҡтатып, колледжды ташлап ҡуя. Үҙенең танылған «Ҡоралға» (呐喊,һүҙмә-һүҙ — «оран») тип аталған йыйынтығының баш һүҙендә ул академияны ташлап китеүенең сәбәптәрен аңлата. Бер ваҡыт, дәрестәрҙән һуң, япон уҡытыусыларының береһе 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан ҡытай шымсыларын язалау тураһындағы слайдттарҙы күрһәтә. Слайдта ул ҡасандыр шымсылыҡта ғәйепләнгән дуҫтарының береһен күрә. Ул үлем язаһына хөкөм ителгән була. Ә ҡалған дуҫтары был язаны уны йәлләгәндән түгел, ә ни бары тамаша күрер өсөн генә киләләләр. Лу Синь уларҙың вайымһыҙлығына хайран ҡала, һәм ул ватандаштарының тән сирҙәренән бигерәк, йән ауырыуҙарын дауаларға кәрәк, тигән ҡарарға килә.

1906 йылда ул Токиоға күсеп килә, бында ул филолог Чжан Тайянь йоғонтоһона эләгә, һәм үҙенең шулай уҡ стипендиат булған ҡастыһы менән бергә көнсығыш европа һәм рус хикәйләренең ҡайһы берҙәренә тәржемәләр эшләйҙәр. Токиола ул тағы 3 йыл үткәрә, вэньяне телендә фән тарихы, ҡытай һәм европа әҙәбиәте, ҡытай йәмғиәте, Ҡытайҙағы үҙгәртеүҙәр һәм дин буйынса эсселар серияһын яҙа һәм төрлө илдәрҙең әҙәби әҫәрҙәрен ҡытай теленә тәржемә итә.

Ҡытайға ҡайтҡас, Лу Синь Чжэцзянь урта мәктәбендә уҡыта башлай, ә был мәктәп һуңынан билдәле Ханчжоу Юғары мәктәбенә (浙江省杭州高级中学) нигеҙ һалыусы булараҡ таныла, артабан Шаосин ҡалаһындағы Көнбайыш Ҡытай мәктәбендә эшләп ала. Ә республика ойошторолғас, Пекинда мәғариф министры булып тәғәйенләнә. Күпмелер ваҡыттан һуң ул Пекин университетында һәм Пекиндың ҡатын-ҡыҙҙар педагогия колледжында уҡыта, ошо уҡ ваҡытта яҙыша ла башлай.

Гуанчжоуҙа Лу Синь һәм ҡатынының һыны

1918 йылдың майында Лу Синь беренсе тапҡыр үҙенең ҡушаматын ҡуллана, ул быны байхуа телендә яҙылған бәләкәй хикәйәһен «Аҡылдан яҙғандың көндәлеген [en]» (Куанжэнь Жицзи 狂人日記) — хәрби памфлетты баҫтырғанда яҙа. Ул элекке Ҡытайҙағы ҡатлам-ырыу мөнәсәбәттәренең һәм феодаль этик нормаларҙың етешһеҙлектәрен асып һала. Матбуғатта донъя күргән хикәйә уны үҙ заманының иң күренекле яҙыусыһана әйләндерә.

Икенсе бер билдәле хикәйһе, «Правдивая история А-Кея[en]» (А Q Чжэнчжуань, 阿Q正傳), 1921 — 1922 йылдарҙа баҫыла. Һуңғараҡ был хикәйә авторҙың иң танылған әҫәренә әйләнә. Был ике хикәйә лә аҙаҡ «Ҡоралға» (呐喊) йыйынтығына индерелә, ул 1923 йылда нәшер ителә.

Лу Синдең хеҙмәттәре 1919 йылда антиимпериалистик характерҙағы «4 май хәрәкәте» барлыҡҡа килеүенә ҙур йоғонто яһай.

Лу Синь марксизм менән ҡыҙыҡһына һәм һул мөнәсәбәттәге «Яңы йәштәр» (新青年, Синь циннянь) һәм «Үҫентеләр» (萌芽, Мэн я) кеүек ҡытай журналдарының мөхәррире була. 1930 году Лу Синь «Һул яҙыусылар лигаһын» (Халыҡ-ара революцион яҙыусылар берләшмәһенең секцияһы) ойоштора һәм етәкләй. Был лига Ҡытайҙың ул осорҙағы иң әүҙем һәм ихтирамлы әҙиптәрен берләштерә. Уның ҡараштарына фрейдизм һәм дарвинизм ҙур йоғонто яһай. Ҡытай аҡыл эйәләренән ул Лао-Цзы һәм Мо-цзыны хөрмәт итә. Конфуцианлыҡҡа һәм Чжуан-цзының пессимистик-релятивистик фәлсәфәһенә ҡарата кире мөнәсәбәттә була.

1925 йылдың аҙағында Лу Синь үҙ әҫәрҙәрен матбуғатта баҫтырыуын туҡтатһа ла, 1927 йылда Пекиндан Шанхайға күскәндән һуң, әүҙем рәүештә рус әҙәбиәтен тәржемә итә башлай (бигерәк тә Гоголь менән һоҡлана һәм уның «Үле йәндәр» әҫәрен ҡытай теленә тәржемә итә). Шулай уҡ ҙур булмаған, әммә әсе телле сатирик эсселар яҙыуын дауам итә, һәм улар Лу Синдең шәхси айырмалыҡ билдәһенә әйләнеп, башлап яҙыусыларға юл күрһәтеүсе булып һанала. Төньяҡ-көнсығыш Ҡытай яҙыусыһы Сяо Хунға файҙалы кәңәштәрен еткерә, ә уның 1935 йылда нәшер ителгән «Шэнсычан» повесына баш һүҙҙе Лу Синь үҙе яҙа.

1929 йылда Лу Синдең «А-Кейҙың ысын тарихы» тигән китабы сыға (шулай уҡ авторҙың башҡа хикәйләре лә индерелгән). Рус теленә билдәле шәрҡиәтсе Борис Васильев тәржемә итә.

Үҙенең һул ҡараштары һәм Ҡытай Республикаһының барлыҡҡа килеү тарихындағы роле өсөн ул1980 йылға тиклем Тайвандә тыйылған була.

Ул Ҡытайҙа эсперантоны индереү өсөн кәрәшкән тәүге иң әүҙемдәрҙең береһе була.

Лу Синь. Вафатына тиклем 11 көн ҡалған

1936 йылда Лу Синдең үпкәһен етди рәүештә туберкулёз ялмай, шуның өҫтәүенә, ул атаҡлы тәмәкесе лә була. Шул уҡ йылдың мартында уның хәле ауырлаша, биҙгәк ауырыуы йонсота, астма өйәнәге асыла. Июнь — август айҙарында уның хәле тағы ла насарая. Ғүмеренең һуңғы көндәрендә, хәле әҙ генә булһа ла яҡшырған саҡта, ул ике эссе — «Үлем» һәм «Был да йәшәү» әҫәрҙәрен яҙа. Вафатынан бер нисә көн элек кенә Лу Синь Нобель комитеты вәкилдәренән премия алыуға ғариза яҙыу тәҡдимен ала, әммә үлемесле сир менән яфаланған яҙыусы халыҡ-ара наградалар менән ҡыҙыҡһынмай һәм делегацияның был тәҡдименән баш тарта. 8 октябрь көнө табип уның хәлен еңеләйтеү өсөн укол ҡаҙай, киләһе тәүлекте ҡатыны уның янында үткәрә. 19 октябрҙә таңғы сәғәт 5:11-ҙә яҙыусы вафат була.

Лу Синдең[9] кәүҙәһе Шанхайҙа, үҙенең исемендәге парк мавзолейында урынлашҡан. Ҡәбер ташында каллиграфик яҙыу бар, уны Мао Цзэдун эшләттерә: ул Лу Синь ижадын бик яратҡан була. Уның ижадына шулай уҡ Хо Ши Мин һәм Ким Ир Сен дә бик ҙур ихтирам менән ҡарай. Лу Синь, коммунистик идеяялар яҡлы булһа ла (1935 һәм 1936 йылдарҙа Төньяҡ-көнбайыш походындағы уңыштары менән коммунистарға ҡотлау ебәрә) ул Ҡытай Коммунистар партияһы сафына инмәй, ләкин үлгәндән һуң компарияға ҡабул ителә.

Японияның әҙәбиәт буйынса нобель лауреаты Кэндзабуро Оэ Лу Сины «Азияның егерменсе быуаттағы бөйөк яҙыусыһы» тип атай. Лу Синь шулай уҡ Мо Янға ла йоғонто яһаған, тип иҫәпләнелә. "АКьюҙың ысын тарихы"н ГДР диссиденты Кристоф Хайн сәхнәләштерә.

  1. Record #29537230 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Китайская биографическая база данных (ингл.)
  4. https://jpsearch.go.jp/entity/chname/魯迅 (яп.) — 2020.
  5. 5,0 5,1 Xiaoming W. Lu Xun // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. Lu Xun // SNAC (ингл.) — 2010.
  7. 魯迅 // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
  8. 8,0 8,1 8,2 Лу Синь // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  9. 中国作家几度接近诺奖:鲁迅拒绝,林语堂未入围 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.