iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.
iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.



Link to original content: https://ba.wikipedia.org/wiki/Гвинея_ҡултығы
Гвинея ҡултығы — Википедия Эстәлеккә күсергә

Гвинея ҡултығы

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гвинея ҡултығы
Гвинея ҡултығының картаһы
Гвинея ҡултығының картаһы
Координаты: пропущена долгота
Юғарылағы акваторияАтлантик океан
Илдәр
Майҙаны1533 мең км²
Уртаса һыу ҡалҡыу дәүмәле2,7 м
Иң ҙур тәрәнлек6363 м
Тоҙлолоғо34—35 
Африка
Точка
Гвинея ҡултығы
 Гвинея ҡултығы Викимилектә

Гвинея ҡултығы (ингл. Gulf of Guinea, франц. golfe de Guinée, исп. Golfo de Guinea, порт. Golfo da Guiné) — Африканың көнбайыш ярҙарын йыуыусы Атлантик океан ҡултығы.

Майҙаны 1533 мең км². Ҡултыҡ төбөндә Гвинея котловинаһы барлыҡҡа килә, уның тәрәнлеге 6363 метрға барып етә. Һыуҙың температураһы 25-27 °С тәшкил итә. Тоҙлолоғо 34-35 ‰, йылғалар тамаҡтарында 20-30 ‰-гә тиклем кәмей. Ярым тәүлекле һыу күтәрелеүҙәрҙең дәүмәле 2,7 метрға барып етә.[1]

Иң ҙур утрауҙары — Биоко, Сан-Томе, Принсипи, Аннобон. Ҡултыҡ аша көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай йылы Гвинея ағымы, ә төньяҡтан көньяҡҡа һалҡын Ангола ағымы үтә.

Ҡултыҡҡа артабанғы йылғалар ҡоя: Вольта, Конго, Нигер, Огове һ.б.

Балыҡ тотоу һәм нефть сығарыу тармаҡтары үҫешкән. Төп порттары — Ломе (Того), Лагос (Нигерия), Аккра һәм Такоради (Гана), Либревиль (Габон).