iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.
iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.



Link to original content: https://ba.wikipedia.org/wiki/Актив_(бухгалтерия)
Актив (бухгалтерия) — Википедия Эстәлеккә күсергә

Актив (бухгалтерия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Бухгалтерский баланс Актив:

  1. бухгалтер балансының өлөшө (һул яғы), билдәле бер датаға ойошма мөлкәтенең составын һәм хаҡын сағылдыра. 
  2. Юридик шәхестең йә эшҡыуарҙың мөлкәт йыйылмаһы.

Рәсәй Федерацияһындағы бухгалтер балансы формаһына активтарҙың ике киҫәге инә: әйләнештәге һәм әйләнештә булмаған активтар.

Әйләнештәге активтарға көндәлек хужалыҡ эшмәкәрлегендә файҙаланылған (тотонолған) активтар ҡарай. Мәҫәлән: матди запастар,  дебитор бурыстары, аҡса средстволары һәм башҡалар.

Әйләнештә булмаған активтарға хужалыҡ әйләнешенән сығарылған, ләкин бухгалтер хисабында сағылдырыла торған  активтар ҡарай. Мәҫәлән: төп средстволар, матди булмаған активтар, оҙайлы мөҙҙәткә һалынған аҡса һәм башҡалар. 

Иҡтисад теорияһында активтар ликвидлыҡ дәрәжәһе буйынса ла бүленә: юғары ликвидлы, түбән ликвидлы һәм ликвидһыҙ активтар. Иң юғары ликвидлы актив булып аҡса тора.

Термин ойошманың бөтә төр милкен, мөлкәтен билдәләү өсөн ҡулланыла. 

Активтар — компанияның киләсәктә иҡтисади отош көтөлгән элекке ваҡиғалары һөҙөмтәһендә контролләнеүсе ресурстары  (был трактовка Финанс хисапламалығының халыҡ-ара стандарттары принциптарында бирелгән).

Активтар өс төп һыҙатҡа эйә[1]:

  1. булған мөмкинлектәрен айырым йә башҡа активтар менән бергә файҙаланғанда актив киләсәктә ихтимал булған иҡтисади отоштарға килтерә, был көтөлгән саф аҡса ағымдарын арттырыуға хеҙмәт итә;
  2. активты файҙаланғандан ойошманың отош алыуы һәм был отошто контролләүе мөмкин;
  3. алынасаҡ отоштарға ҡағылышлы килешеү йә ваҡиға үткәндә булған. 

Был шарттар тик коммерция ойошмаларының мөлкәтенә ҡарата ғына үтәлә. Ыңғай аҡса ағымдарын арттырыу рәүешендә иҡтисади отош алыу маҡсатын ҡуймаған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн беренсе шарт үтәлмәй. 

Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының 10н һанлы, Рәсәй Федерацияһы Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары буйынса федераль комиссияһының 03-6/пз һанлы «Акционерҙар йәмғиәттәренең саф активтарының ҡиммәтен баһалау тәртибен раҫлау тураһында» 29.01.2003 сыҡҡан бойороҡтарына ярашлы, (айырыуса йыш ҡулланыла торған методика) «йәмғиәттең саф активтары ҡиммәте тигәндә  … йәмғиәттең хисаплауға алыныусы активтары суммаһынан хисаплауға алыныусы пассивтары суммаһын алып ташлау юлы менән сығарылған дәүмәл аңлана».

Хисаплауға алыныусы активтарға түбәндәгеләр инә:

— бухгалтер балансының беренсе киҫәгендә сағылдырылыусы әйләнештә булмаған активтар (матди булмаған активтар, төп средстволар, тамамланмаған төҙөлөш объекттары, килем алыу өсөн матди ҡиммәттәргә аҡса һалыу, финанстарҙы оҙайлы мөҙҙәткә һалыуҙар, әйләнештә булмаған башҡа активтар);

— бухгалтер балансының икенсе киҫәгендә сағылдырылыусы әйләнештәге активтар (запастар, һатып алынған ҡиммәтле әйберҙәр буйынса өҫтәмә хаҡҡа һалым, дебиторлыҡ бурысы, финанстарҙы ҡыҫҡа мөҙҙәткә һалыуҙар, аҡса средстволары, әйләнештәге башҡа активтар), үҙ акцияларын һатып алыуға һалған аҡсанан башҡа.

Хисаплауға алыныусы пассивтарға түбәндәгеләр инә:

үтестәр һәм кредиттар буйынса оҙайлы мөҙҙәтле йөкләмәләр һәм башҡа оҙайлы мөҙҙәтле йөкләмәләр;

— үтестәр һәм кредиттар буйынса ҡыҫҡа мөҙҙәтле йөкләмәләр;

кредиторлыҡ бурысы;

— ҡатнашыусыларға (ойоштороусыларға) килем түләү буйынса  бурыс;

— алда торған сығымдарҙың резервтары;

— ҡыҫҡа мөҙҙәтле башҡа йөкләмәләр.

Донъя ғәмәлиәтендә һәм Рәсәй ҡануниәтендә «саф активтар» һәм «үҙ средстволары» («үҙ капиталы») йыш ҡына бәрәбәр ти ҡулланыла.

Фиктив активтар — баланс иҫәптәрендә сағылған, ләкин ысынында булмаған активтар. Ундай активтар баланс иҫәптәренә йыш ҡына мутлашыу, активтарҙы ваҡытында ғәмәлдән сығармау арҡаһында эләгә[2].

«Йәшерен» активтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойошманың «йәшерен» активтары  — баланста хаҡты баһалауҙа күренмәгән (ғәмәлдән сығарылған, өлөшләтә ғәмәлдән сығарылған йә ҡануниәт буйынса бухгалтер хисабына индерелмәгән, саф активтарҙы йә ойошманың хосуси средстволарын иҫәпләгәндә иҫәпкә алынмаған), яҡын киләсәктә уларға эйә булмаған башҡа ойошмалар менән сағыштырғанда өҫтөнлөк йә иҡтисади отош бирергә тейешле мөлкәт, хоҡуҡтар, өҫтәмә мөмкинлектәр һәм башҡа яҡшылыҡтар.  


«Уйҙырма» активтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойошманың «уйҙырма» активтары  — бухгалтер хисабында (һәм/йәки һалым хисабында) иҫәпкә алынған, ойошма балансында сағылдырылған, ысынында булмаған мөлкәт, хоҡуҡтар һәм башҡа активтар. 


  1. Данная трактовка содержится в принципах GAAP.
  2. ФИКТИВНЫЕ АКТИВЫ 2012 йыл 10 ғинуар архивланған.
  • Актив и пассив // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  • Щепотьев А. В. Методика выявления и оценки «скрытых» и «мнимых» активов и обязательств. — М: Юстинформ, 2009. — 144 с.
  • Щепотьев А. В. Методика выявления и оценки «скрытых» активов. //Соломоново решение: финансово-правовой вестник. 2005. — № 2. — с. 43-46.; Соломоново решение: финансово-правовой вестник. 2006. — № 1. — с. 24-29.
  • Щепотьев А. В. «Скрытые» активы, учитываемые при исчислении чистых активов организации. // Управленческий учёт № 12. 2010. — с. 28-38.
  • Щепотьев А. В. «Мнимые» активы, учитываемые при исчислении чистых активов организации. // Управленческий учёт № 11. 2011., с. 55-66.
  • Щепотьев А. В. Влияние чистых активов и собственных средств на финансовую устойчивость организации // Право и экономика. 2012. — № 9., с. 24-30.
  • 2013 йыл 13 февраль [https://web.archive.org/web/20130213111141/http://f-sis.ru/lik001.htm архивланған. On-line расчет коэффициентов ликвидности]