iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.
iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.



Link to original content: http://ba.wikipedia.org/wiki/Әбделмәмбәт_(Бөрйән_районы)
Әбделмәмбәт (Бөрйән районы) — Википедия Эстәлеккә күсергә

Әбделмәмбәт (Бөрйән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Абдулмамбетово
башҡ. Әбделмәмбәт
Мәктәп
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

[[Башҡортостан Республикаһы]]

Муниципаль район

[[Бөрйән районы|Бөрйән]]

Ауыл Советы

Әбделмәмбәт

Координаталар

53°16′46″ с. ш. 57°43′33″ в. д.HGЯO

Халҡы

629[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Конфессиональ составы

мосолмандар

Этнохороним

ҡыпсаҡтар

Почта индексы

453610

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 219 820 001

Код ОКТМО

80 619 420 101

Абдулмамбетово (Рәсәй)
Абдулмамбетово
Абдулмамбетово

Әбделмәмбәт (рус. Абдулмамбетово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл.

Почта индексы — 453583, ОКАТО коды — 80201840002.

Үҙән йылғаһы буйында 1795—1811 йылдар араһында яңы 2-се Әбделмәмбәт ауылы барлыҡҡа килә. Тәүге күскенселәрҙең береһенең улдарының исемдәре билдәле — Асылбай һәм Ҡуяш Әбделмәмбәтовтар. Ауыл шулай уҡ Үҙән тип тә аталған. Шулай уҡ өсөнсө исеме лә була — Игелек, Игелек Ибраһимовтың (1755—1812) исеме буйынса. Уның балалары Миңлегөл һәм Байрамғол. Нигеҙ һалынған мәлдә ауыл ошо исемде йөрөткән, тип иҫәпләнә. 1816 йылда ауыл 27, 1859 йылда — 59, 1920 йылда — 107 йорттан тора. XVIII быуат уртаһында — 300, 1920 йылда —935 кеше йәшәгән. Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында 55 йортҡа ат — 310, һыйыр — 205, һарыҡ — 169, кәзә — 60 баш тура килә. Икмәк сәселмәгән тиерлек. Ужым ашлыҡ 16 бот, яҙғы ашлыҡ — 240 бот сәселгән[2].

Әбделмәмбәт ауылы халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип йөрөтөлә. Сөнки был ерҙәрҙә борон Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары йәшәгән.

Игелектең улы Килдеғол һуңғараҡ ауылдан 10 км көнсығышта урынлашҡан Килдеғол ауылына нигеҙ һала. Яуымбай ҙа Әбделмәмбәт ауылы кешеләре тарафынан башланған.

Ауыл ҙурая, төҙөкләнә, яңы йорттар төҙөлә. Урамдарға асфальт түшәлгән. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана, мәсет, 5 магазин, почта бүлексәһе, Көньяҡ Үҙән урман хужалығы контораһы бар. 1996 йылда кирбестән яңы типовой мәктәп төҙөлгән. «Урал» АХК-һы, «Урал» колхозы, Ҡыпсаҡ СПК-һы эшләй, 15 шәхси пилорама бар. Ауылдан Иҫке Собханғол-Белорет автомобиль юлына ҡырсынташ юл.

Урам исеме[3]:

  • Бабсаҡ урамы (рус. улица Бабсак)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы )
  • Ҡамабар урамы (рус. улица Камабар)
  • Ҡараташ урамы (рус. улица Караташ)
  • Колхоз урамы (рус. улица Колхозная)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • С. Мөхәмәтҡолов урамы (рус. улица С. Мухаметкулова)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Үҙән урамы (рус. улица Узян)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 629 328 301 52,1 47,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Ҡыпсаҡ ауылының ер-һыу атамалары. Минең тыуған төйәгем. (Түңәрәктә шөғөлләнеүсе балаларҙың эштәре)[4]
  • Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы ер-һыу атамалары[5]
«Тимербатыр» робот техникаһы түңәрәге
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)
  • Деревни. Уфаген