iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.
iBet uBet web content aggregator. Adding the entire web to your favor.



Link to original content: http://ba.wikipedia.org/wiki/Ираҡ_төркмәндәре
Ираҡ төркмәндәре — Википедия Эстәлеккә күсергә

Ираҡ төркмәндәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Төп мәҡәлә:Төркмәндәр

Ираҡ төркмәндәре
Үҙ атамаһы

Türkmenler,

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 600 000[1][2] — 3 000 000
Ираҡ Ираҡ Төркиә Төркиә Сүриә Сүриә

Тел

Төркиә төркмәндәре, [[курд]], ғәрәп

Дин

ислам (шиғыйҙар и сөнниҙәр), христианлыҡ

Туғандаш халыҡтар

Төрки халыҡтар

Килеп сығышы

Төркиҙәр (уғыҙҙар)

Ираҡ төркмәндәре ҡулланған флаг

Ираҡ төркмәндәре (әзерб. İraq türkmənləri) — төрки халыҡ, этник аҙсылыҡ[3], төньяҡ-көнсығыш һәм Үҙәк Ираҡта йәшәйҙәр[4]. XI быуаттан һуң төбәктә таралып ултырған уғыҙ ҡәбиләләренән килеп сығалар,Төркиә төркмәндәренең Ҡара Ҡуйлылар һәм Аҡ Ҡуйлылар конфедерацияларының ҡалдыҡтары тип һанала. Бер нисә сығанаҡ ираҡ төркмәндәрен әзербайжандарҙың[5][6] бер өлөшө тип классификациялай[7][8]. Ираҡта ғәрәптәр һәм курдтарҙан ҡала халҡы һаны буйынса өсөнсө урында тора.

Ираҡ төркмән теле төрки телдәрҙең уғыҙ тармағына ҡарай һәм, ҡайһы бер этнографтар һәм лингвистар фекеренсә, әзербайжан теленең диалекты булып тора[9][10][11][12][13][14][15][16][17][18][19][20][21][22][23].

Ираҡ-төрөк сығышлы төрөк ғалимы Хидаят Кәмал Байатли былай тип яҙа: «Ираҡ төркмәндәре һөйләшкән һөйләш әзер-төрки теле диалектының бер өлөшө булып тора. Географик күҙлектән ҡарағанда, азери диалекты Көнсығыш Анатолияны, Көньяҡ Кавказды һәм Кавказ Әзербайжанын, Иран Әзербайжанын, Киркукты (Ираҡ) һәм Сүриә төрөктәре йәшәгән райондарҙы үҙ эсенә ала»[17].

Ираҡта рәсми ғәрәп теленең, шулай уҡ курманджи һәм сорани кеүек күрше курд диалекттарының өҫтәмә йоғонтоһон кисергән һөйләш теле яҙма телдән ныҡ айырыла[24].

Күпселек төркмәндәр ғәрәп телендә һөйләшә, ә ҡайһы берәүҙәр өсөн туған тел булып китә, был иһә төрөкмәндәрҙең билдәле бер өлөшөнөнөң ассимиляциялашыуы һәм ғәрәпләшеүе тураһында һөйләй[25].

Халыҡ һаны һәм таралып ултырыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ираҡтың этнос-дини төркөмдәре



     Төркиә төркмәндәре

Һаны аныҡ ҡына билдәле түгел. Ираҡта төркмәндәр һаны 500—800 мең кешенән йәки ил халҡының 2 — 3 процентынан (көнбайыш тикшеренеүселәренең күпселеге буйынса) 2 — 3 миллионға йәки халыҡтың 7,5 — 11 процентына тиклем (төркмән ойошмалары белдереүҙәре буйынса) тәшкил итә[26]. Төрөкмәндәр башлыса Ираҡтың төньяғында йәшәй, шунан көнсығышында Иран сигенән алып көнбайышта Сүриә менән сиккә тиклем һуҙыла. Башлыса Талль-Афар, Алтынкёпрю, Эрбиль, Мосул һәм Киркук ҡалаларында йәшәйҙәр. Ираҡтың баш ҡалаһы Бағдадта ла байтаҡ төркмән йәшәй[25].

Ираҡ ғәрәптәре кеүек, Ираҡ төркмәндәре лә дини яҡтан бүленгән: уларҙың яртыһынан күберәге — сөнниҙәр, ҡалғандары — шиғыйҙар[27]. Ираҡ төркмәндәренең аҙсылығы Христиан-Католиктәр,[28] был 30000 кеше.[29] Төркмән библия партнерлығы Библияың Яңы Ғәһеден Ираҡ төркмән теленә тәржемә итә һәм 2021 йылда ираҡта 2000 дана китап сығара.[30]

Төркмән тикшеренеүселәре фекеренсә, төркмәндәрҙең Ираҡҡа тәүге килеүе, мосолман армияһына саҡырылған һалдаттар булараҡ, VIII быуатҡа ҡарай[25]. Ираҡ губернаторы итеп тәғәйенләнгән Убайд-Аллаһ ибн Зияд Ираҡҡа 1000-гә яҡын төрки һалдатын алып килә[27]. Төркмән сығанаҡтарына ярашлы, «Туркменэли» территорияһы 1785 йылда Вильям Гютре баҫып сығарған картала инглиз телендә «Туркомания» тип аталған[27].

  1. Chapter 11. A War Within a War, page 112. // Losing Iraq: Inside the Postwar Reconstruction Fiasco. Архивировано 4 март 2016 года.. Author: David L. Phillips. Reprinted edition. Hardcover first published in 2005 by Westview Press. New York: Basic Books, 2014, 304 pages. ISBN 978-0-7867-3620-1

  2. Turkomans. Дата обращения: 17 июнь 2016. Архивировано 29 июнь 2015 года.

  3. John Robertson. Iraq: A History. — С. 32.
  4. Encyclopaedia İranica. Turkmens of Persia. Language. Архивировано 15 июль 2011 года.: «Approximately 400,000 people in the Near East identify themselves as Turkmens, but in reality they are descendents of the Oghuz immigrants of the 11th-13th centuries. More than a half of these groups, who are not directly related with the Turkmens of Central Asia, are living in the northeastern and central Iraq.»
  5. АЗЕРБАЙДЖА́НЦЫ / Б.-Р. Логашова; Н. Д. Пчелинцева; М. И. Шилакадзе, Э. А. Мирзоева // А — Анкетирование. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 271. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 1). — ISBN 5-85270-329-X.
  6. Karl Heinrich Menges. The Turkic Languages and Peoples: An Introduction to Turkic Studies. — 1995. — С. 248. — ISBN 3447035331. — ISBN 9783447035330.
  7. АЗЕРБАЙДЖА́НСКИЙ ЯЗЫ́К / Т. Д. Меликли // А — Анкетирование. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 270. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 1). — ISBN 5-85270-329-X.
  8. María Triana. Managing Diversity in Organizations: A Global Perspective (ингл.). Дата обращения: 21 июль 2019.
  9. Azerbaijani, South. Ethnologue. Дата обращения: 30 декабрь 2016. Архивировано 7 март 2013 года.
  10. Encyclopædia Iranica. AZERBAIJAN viii. Azeri Turkish. Архивировано 23 октябрь 2019 года. Azeri dialects.
  11. GERHARD DOERFER, "Iran'da Türkler". — Стб. Ҡалып:-..
  12. БСЭ 1970, Азербайджанский язык; Азербайджанцы.
  13. Birinci Bölüm: 1. İrak Türkmenlerin Ağız Özellikleri. — 1.1. Türkmen Lehçesi, sayfa 12. // Irak Türkmen Atasözleri Üzerine Bir Inceleme. T.C. İstanbul Üniversitesi Sosyal Bilimler Enstitüsü Türk Dili ve Edebiyatı Ana Bilim Dalı Yüksek Lisan Tezi. Tezi Yöneten: Prof. Dr. Mustafa Özkan. Tezi Hazırlayan: Rasheed Ali Hassan. İstanbul — 2006, 330 sayfa.

  14. Lars Johanson, Éva Ágnes Csató Johanson, The Turkic Languages, стр. 5.

  15. Bilgehan Atsız Gökdağ, IRAK TÜRKMEN TÜRKÇESİNİN ŞEKİL BİLGİSİNE DAİR NOTLAR.

  16. Găzănfăr Pashai̐ev, Mâhir Nakip, Irak Türkmen folkloru, стр. 28.

  17. 17,0 17,1 Prof. Dr. Hidayet Kemal Bayatlı, Irak Türkmen Türkçesi — стр. 12 — T.C. İstanbul Üniversitesi Sosyal Bilimler Enstitüsü Türk Dili ve Edebiyatı Ana Bilim Dalı Yüksek Lisan Tezi

  18. Zana BİLAL. ERBİL TÜRKMEN AĞZI (İNCELEME-METİN) // Hacettepe Üniversitesi Sosyal Bilimler Enstitüsü Çağdaş Türk Lehçeleri ve Edebiyatları Anabilim Dalı. — 2015.

  19. Azerbaijani, South: Kirkuk язык  (рус.). 12 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  20. Türk dili. — Türk Dil Kurumu, 2004. — 614 с. Архивировано 15 ноябрь 2018 года.
  21. Vladimir Minorsky. The Chester Beatty Library: a catalogue of the Turkish manuscripts and miniatures. — Dublin: Hodges Figgis & Co. Ltd., 1958. — С. 1. — xxxvii,147 с.

  22. Larry Clark, «Turkmen Reference Grammar», p. 11
  23. H. T. Oğuzlu, «Endangered community: the Turkoman identity in Iraq», p. 310
  24. Christiane Bulut «Iraqi Turkman», из «Languages of Iraq, Ancient and Modern» под редакцией J. N. Postgate, British School of Archaeology in Iraq, 2007. Стр. 167:
    Стр. 179:

  25. 25,0 25,1 25,2 Gareth Stansfield. «Iraq: people, history, politics». — Polity, 2007 — p. 70-76 — ISBN 0-7456-3227-0, 9780745632278. Архивировано 9 июль 2020 года.:«Turkman scholars claim that their people first came to Iraq in seventh century, as soldiers recruited into the Muslim army.»
  26. Jenkins, Gareth. Turkey and Northern Iraq: An Overview. — The Jamestown Foundation, 2008. — P. 6. — 23 p. Архивировано 12 ғинуар 2012 года. Архивированная копия. Дата обращения: 26 сентябрь 2012. Архивировано 12 ғинуар 2012 года.
  27. 27,0 27,1 27,2 Liam Anderson, Gareth Stansfield. «Crisis in Kirkuk: the ethnopolitics of conflict and compromise. National and ethnic conflict in the 21st century» — University of Pennsylvania Press, 2009 — p. 15, 56, 103, 122 — ISBN 0-8122-4176-2. Дата обращения: 29 сентябрь 2017. Архивировано 10 июль 2020 года.
  28. www.fildisiajans.com.tr, Fildişi Ajans, Danışmanlık ve Yazılım ORSAM-Center for Middle Eastern Studies (ингл.). ORSAM-Center for Middle Eastern Studies. Дата обращения: 19 сентябрь 2023.
  29. Hann Geoff. Iraq: The ancient sites and Iraqi Kurdistan. — Bradt Travel Guides, 2015. — ISBN 9781841624884.
  30. Home | Turkmen Bible Partnership (ингл.). Turkmen Bible Partne. Дата обращения: 19 сентябрь 2023.